Ҡырмыҫҡалы районында өс тарихи ваҡиғаға арналған күләмле сара үтте

Ҡырмыҫҡалы районында өс тарихи ваҡиғаға арналған күләмле сара үтте 09.12.2014

Ул  ҡаршы алырға әҙерләнгән Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын, 1-се донъя һуғышы башланыуға бер быуат тулыуҙы һәм  арҙаҡлы генерал Шайморатовтың тыуған ерендә хәрби-патриотик клубтар ҡатнашлығында тарихи фестивалде берләштерҙе. Ҡунаҡтар реконструкцияланған алыш шаһиты булды, музей экспонаттарын ҡараны, тарихты өйрәнеүҙә заман технологияларын  ҡулланыу мөмкинлектәре менән танышты.  

Алыш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Дошман ғәскәрҙәре, һуңғы көсөн йыйып алға ташлана. Һөжүм уңышлы тамамлана, Ҡыҙыл армия, юғалтыуҙарҙы кәметеү өсөн сигенергә мәжбүр була. Беҙҙекеләрҙе алышта еңелеүҙән тик кавалерия ҡотҡара, ҡурҡыу белмәҫ һыбайлылар ысынлап та оло көс.
Бөйөк Ватан һуғышына арналған сираттағы тарихи реконструкция Ҡырмыҫҡалы районында үтте. Фестивалгә йөҙләгән ҡатнашыусы йәлеп ителде,  күптәре күрше төбәктәрҙән килгәйне. Улар ысын яугирҙар ише, һыуыҡҡа бирешмәне.  
Алышты халыҡ мауығып ҡараны. Беренсенән, реконструкцияны һынландырыу үҙе бер  тамаша булһа, икенсенән, ул тарихҡа сәйәхәт булып тора. Тап ошондай саралар Еңеү хаҡын тулыраҡ аңлауға булыша.
Фестиваль ҡунаҡтарын һуғыш ҡомартҡылары менән таныштырыу артабан тематик күргәҙмәләрҙә дауам итте. Бында  ҡунаҡтарға һалдаттар ҡулланған ҡорал өлгөләре, мундирҙары, хаттары күрһәтелде. Реконструкторҙар шулай уҡ күргәҙмәне лә йәнләндерергә тырышты.
Был көндө Ҡырмыҫҡалыла үткән саралар тарихи реконструкциянан ғына торманы. Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһарманы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылындағы мәҙәниәт йортонда ла Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек юғары кимәлдә бара. Йәш быуында компьютер технологиялары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуынан файҙаланып, был алымды патриотик тәрбиә эшендә лә ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Уларҙың береһе, панорама проекцияһы генерал-майор Шайморатов музейында урын алды. Фестиваль ҡунаҡтары сараны юғары баһаланы.
Фестивалде ойоштороусолар тарихты өйрәнеүҙе мауыҡтырғыс шөғөлгә әйләндерергә теләй. Ысынлап та, йәнле миҫалда күреп, хатта, бәлки ниндәйҙер кимәлдә ҡатнашып та ҡарағандан һуң, тарихи үткәндәр хәтергә нығыраҡ һеңер тигән ышаныс бар.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку