Ҡырмыҫҡалы районы Һыулыҡыуаҡ ауылында йәшәүсе Мөҙәрис Әбдиев йөҙ йәшлек юбилейын билдәләне

Ҡырмыҫҡалы районы Һыулыҡыуаҡ ауылында йәшәүсе Мөҙәрис Әбдиев йөҙ йәшлек юбилейын билдәләне 30.12.2014

Ғүмер байрамы менән ҡотларға уның барлыҡ балалары, яҡындары  йыйылды. Бөйөк ватан һуғышы ветеранының оҙаҡ йәшәү серен хәбәрсебеҙ Рәмилә Исмәғилева асыҡланы.

Тәмәке тартмаған, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмаған. Ундай нәмәне алырға аҡса ла булманы, тип шаярта ул.  Мөҙәрис Миңлеғариф улының бер быуат эсендә күргән- кисергәндәрен  китапҡа яҙһаң бер роман  да  етмәҫ ине. Хәйер, ул осорҙа тыуған һәр кем тере тарих.  Бөйөк Ватан һуғышында   ҡатнашып  бер ҡулына йәрәхәт ала. Фронттан әйләнеп ҡайтҡас ғүмере буйы колхозда эшләй. Көтөү көтә. Уны яҡташтары алдынғы чабан булараҡ белә. Тормош иптәше менән өс ул үҫтергәндәр. Улар әкиәттәге батырҙар һымаҡ, атайҙарының ныҡлы терәктәре.
Был йортта  иң өлкән  кешенең тыуған көнө һәр саҡ ҙурлап  үткәрелә. Ә быйыл иһә  йөҙйәшәрҙе матур юбилейы менән ҡотларға бөтә яҡындары ғына түгел, Өфөнән, район хакимиәтенән дә вәкилдәр килде.  Оло  улы Мәскәү өлкәһенән ҡайтҡан. Ул хәрби табип. Ике улы ауыл хужалығы белгестәре.Ете ейән-ейәнсәре һәм ете  бүлә-бүләсәре бар.  
Улдары үҙҙәре хәҙер хаҡлы ялдағы уҙамандар булһа ла тыуған нигеҙҙә атай һүҙе - һуңғы һүҙ. Бер нисә йыл элек йортта  бер үҙе ҡалғас балалары Өфөгә алып китә уны. Тыуған нигеҙенән  айырылыуҙы кисерә алмай. Ғаиләгә  кире ауылға ҡайтырға тура килә. Ҙур йорт һалып инәләр.
Белгестәр асыҡлауынса кеше ғүмеренең оҙонлоғо 25 процент нәҫелдән килә,  ҡалғаны һәр кемдең үҙ ҡулында. Ә Мөҙәрис Миңлеғариф улының йөҙ йәшкә етеү сере ябай ғына кеүек. Тыуған ер һауаһын һулап , хеҙмәтте, кешеләрҙе  яратып йәшәү һәм сәләмәт тормош алып барыу. Дауаханаға ла  йөрөмәгән. Ә балаларының уны хөрмәтләп , ҡәҙерләп тороуы   ғүмерен тағы ла оҙайта.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика