Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Ҡыйышҡы ауылының яңы барлыҡҡа килгән урамдарында йәшәүселәр электр утын генератор ярҙамында ала

Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Ҡыйышҡы ауылының яңы барлыҡҡа килгән урамдарында йәшәүселәр электр утын генератор ярҙамында ала 02.10.2014

Башҡаса әмәл юҡ. Электр сымдары йорттарға тоташтырылһа ла, ток үтмәгән.

Электр эшләүсе генератор - Нәҙировтар ғаиләһе өсөн һыу ҙа, ут та, йылылыҡ сығанағы ла. Унан башҡа был йортта бер нимә лә эшләмәй. Төҙөлөш барған осорҙа электр утының юҡлығы айырыуса ныҡ һиҙелә, ти хужалар. Һәр башҡарылған эш тә бындай осраҡта икеләтә сығым талап итә. Көнөнә генә генератор алты йөҙ һум тирәһе яғыулыҡ һемерә. Шуға күрә был йортта бар әйберҙе лә батарея һәм акуммуляторлыһын алырға тырышалар. Ләкин был проблеманы һис кенә лә еңеләйтмәй.

Электр утын ауылдың яңы урамдарында йәй аҙағында бирергә планлаштырғандар. Тап вәғәҙәләргә ышанып та ғаилә яңы йортҡа күсенеп килгән дә инде. Электр утының булмауы төҙөлөштәрҙе лә тотҡарлай, ти халыҡ.

Нәҙировтар йортонда бер генә Ленин бабай лампаһы яна. Ә бит ғаиләлә мәктәп йәшендәге бала ла тәрбиәләнә. Шул уҡ ваҡытта йорттарға электр сымдары ла үткәрелгән. Тимәк, токты йорттарға индереү өсөн күп тә ҡалмаған. Электр селтәрҙәрен хеҙмәтләндереүсе ойошма ла ошоно иҫбатлай. Баҡтиһәң ,эштәр ил ҡануниәте кәртәһенә барып терәлгән.

Фәнис Мөхәмәтйәнов, «Ҡырмыҫҡалы ауыл хужалығы энергияһы» йәмғиәте директоры: «Беҙ үҙебеҙгә йөкмәтелгән эштәрҙе тулыһынса атҡарып сыҡтыҡ. Ул ғына ла түгел, халыҡтың аҡса күсергәнен көтөп ятмай үҙебеҙҙең иҫәпкә электр селтәрҙәре һуҙҙыҡ. Хәҙер беҙгә бер төймәгә баҫып электр утын тоҡандырырға ғына ҡалды. Ләкин быны эшләү өсөн дә бит рөхсәт кәрәк. Документтар әле тикшереү үтә. Закон буйынса ул алты ай дауамында ҡаралырға тейеш. Шулай ҙа беҙ уны тиҙләтергә тырышабыҙ. Октябрь урталарында энергия биреләсәк тип уйлайбыҙ».

Иҫке Ҡыйышҡы ауылына электр уты үткәреү документтары әле Башҡортостандың электр селтәрҙәре йәмғиәтендә ҡарала. Уны тикшереүсе ағайҙар кескәй Асланды ла иҫтән сығармаһындар ине. Юғиһә, тамаҡ тамуҡҡа төшөрә тигәндәй, кескәй малай ҙа, һыуыҡ үҙәгенә үтепмелер, генераторҙы тоҡандырып һүндерергә өйрәнеп алған. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку