Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә Совет һалдатына һәйкәл асылды

Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә Совет һалдатына һәйкәл асылды 13.06.2017

Скульптура композицияһы һәм яугир яҡташтарҙың исемдәре яҙылған таҡтаташ реставрациянан һуң урындағы «Еңеү паркы»нда урынлаштырылды. Һәйкәлде төҙөкләндереү эштәре урындағы хакимиәт  һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмәғәт ойошмаһы көсө менән башҡарылды. Паркта эҙәрмән отрядтары  күргәҙмәһе ойошторолдо, ялан кухняһы эшләне.

Зәки Бикбаев, М. Шайморатов исемендәге «Йондоҙ» хәрби-патриотик клубы етәксеһе: «Мемориаль майҙансыҡтың яңыртылыуына шатбыҙ. Совет һалдатын һынландырған һәйкәл беҙҙең ғорурлыҡ. Был ҙур эштә ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтемде белдерәм».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика