Йорт ихатаһында яһалма күл, ҡыр өйрәктәре һәм тәлмәрйендәр 26.08.2014

Әммә күршеләр был күренешкә һис кенә лә шатланмай. Киреһенсә, күлде ҡоротоуҙарын, ә уның ярында урынлашҡан йорт харабаларын тиҙерәк һүтеп таҙартыуҙы талап итә. 19-сы быуатта уҡ төҙөлгән бинала йәшәүселәр күптән күсерелгән. Етемһерәп ҡалған ҡоролма тирә-яҡтағыларға хәүеф менән янай.

Ата-әсәләргә йыш ҡына балаларын иҫке йорттан ҡыуып сығарырға тура килә. Уҙған быуатта төҙөлгән бина бына-бына емерелер тип ҡурҡа улар. Иҫке йорттоң фатир хужалары 2006 йылда яңыһына күсерелгән. Ошо осорҙан бирле күрше йортта йәшәүселәр уның һүтелеүен көтә. Быйыл июндә торлаҡтың бер яҡ стенаһы ишелеп төшкән. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәк тә, ҡасан һүтеләсәк тигән һорауға аныҡ яуап алғаныбыҙ юҡ, ти улар. Юрий Пантелеев, Карл Маркс урамындағы йортта йәшәүсе: «Стена емерелгәс, Киров районы хакимиәтенә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлғына һәм хатта полицияға ла мөрәжәғәт иттек. Һөҙөмтәһеҙ. Күрәһең, кеше ҡазаланыуын көтәләр. Эргә-тирәнән машиналар йыш үтә, балалар ҙа йөрөй, кеше ғүмере өсөн хәүефле». Ә иҫке бина артында күл барлыҡҡа килгән. Уны ҡыр өйрәктәре, тәлмәрйендәр үҙ иткән. Әммә ҡала үҙәгендәге «бәхеткә» күршеләр шатланмай. Ҡала хакимиәтендә 1800 йылдарҙа нигеҙ һалынған йорттар быйыл һүтеләсәк тип вәғәҙәләйҙәр. Улар урынына административ бина төҙөү ҡаралған.
Владимир Барабаш, Өфө ҡала хакимиәте вәкиле: «Яңы корпус төҙөлөү сәбәпле, ошо кварталда план буйынса иҫке йорттар һүтелә. Әле күрше бинала бер кеше йәшәй. Уны ошо аҙнала күсерәбеҙ һәм иҫкеләрен һүтеү буйынса эшкә тотонасаҡбыҙ».
Йорттоң һүтелеүен йылдар буйы көткән күршеләр тағы ла бер ай түҙергә әҙер. Ә ошоғаса уларға балаларының һәр аҙымын күҙәтергә, харабаны урап үтергә тура килә.
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика