Йорт һалыр өсөн нимә кәрәк?

Йорт һалыр өсөн нимә кәрәк? 31.07.2014

Төҙөлөш материалдары, эшсе ҡулдар һәм ҙур теләк. Ләкин ҡайһы осраҡта улар ғына ла етмәй икән. Мөмкинлектәре сикле һәм өс һәм унан да күберәк балалы ғаиләләр өсөн ҡаралған программа буйынса ер алыусылар быны үҙ елкәһендә татыған. Төҙөлөш урынына барып етеү өсөн юл да юҡ, участкаларға электр уты ла, һыу ҙа, газ да үтмәгән. Ә күптәр төҙөп ятҡан йорттарына, йәшәргә урын булмағанлыҡтан көҙҙән үк сығырға иҫәп тотҡан.

Гөлнара көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡатын-ҡыҙға һис тә буйһонмаған техника менән булышырға мәжбүр, сөнки башҡа сара юҡ. Тормош иптәше эштә, ә өс баланы ашатырға кәрәк. Ғиззәтуллиндар күп балалы ғаиләләр өсөн ҡаралған программа буйынса участка алып йорт һала башлаған. Бура күтәреп ҡыйыҡ ябылған, әммә күсенеү тураһында уйларға ла тура килмәй. Меңдән ашыу ғаилә ошо хәлдә... Программа буйынса төҙөлөш өсөн ер күп балалы һәм мөмкинлектәре сикләнгән сабый тәрбиәләүсе1500 ғаиләгә бүлеп бирелгән. Тик тормош шарттары ғына һаман юҡ. Әлеге шарттарҙа төҙөлөш алып барыуҙың мәғәнәһе бөтөнләй юҡ, тип белдерә биләмә хужалары. Сөнки материал һатып алырға кәрәк, көн дә ҡайтып йөрөүгә лә күп яғыулыҡ китә, етмәһә генераторыңды эшләт. Участкалар ҡараған Калинин районы хакимиәте мәсьәләне контролдә тотоуон белдерә. Ринат Варин, Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенең бүлек етәксеһе: «Участкаларға ут үткәреүҙе киләһе йылдан башларға иҫәп тотабыҙ. Ошо маҡсатта район бюджетында 20 миллион һум аҡса ҡаралған, ләкин эш бының менән генә сикләнмәй. Был кварталды электр менән тәьмин итеү өсөн генә 100 миллионға яҡын сығым талап ителә, уларҙы бюджеттан ҡаплаясаҡбыҙ». Юл мәсьәләһенә килгәндә, әле тейешле хеҙмәттәр талап ителәсәк эш күләмен билдәләй, тип белдерә хакимиәт вәкиле. Аңлашылыуынса, участка хужалары йорттарын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә генә туйлай алмаясаҡ...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку