Йорт алдындағы таҙалыҡ тәү сиратта торлаҡта йәшәүселәрҙән тора 08.02.2017

Өфө ҡала хакимиәте тарафынан иғлан ителгән "Иң яҡшы ихата" конкурсы сиктәрендә бөгөн махсус комиссия ҡала ихаталары буйлап үтте. Йәмәғәтселек был юлы Өфөнөң Киров районына ҡараған торлаҡ-файҙаланыу участкаһы эшмәкәрлеге менән танышты.

Илисә Шәмиҙәнованың йыйыштырыусы булып эшләүенә өс ай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанып өлгөргән. Эшен еренә еткереп, ваҡытында башҡарғаны өсөн хөрмәт итәләр уны.

Йыйыштырыусыларҙың хеҙмәтенә Степан Злобин урамындағы 9-сы һанлы йортта йәшәүселәр ихтирам менән ҡарай. Ихатаның таҙалығы торлаҡ-файҙаланыу участкаһы тырышлығы икәнен улар яҡшы аңлай.

Бөгөн беҙҙең ижади төркөм йәмәғәт контроле үҙәге, торлаҡ хужалыҡ идаралығы вәкилдәре һәм ҡала халҡынан торған махсус комиссия менән берлектә ихаталар буйлап сәйәхәткә сыҡты. Рейд барышында йәйәүлеләр тротуары, бордюрҙар, подъезд козырегы, йорт ҡыйығының ҡарҙан таҙартылған булыу-булмауы тикшерелде. Кеше ғүмеренә хәүеф менән янаған ҙур боҙмармаҡтар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Ләкин, торлаҡ-файҙаланыу участкаһы яғынан бурыстар теүәл башҡарылһа ла, күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең битарафлығы күңелде ҡыра, ти  хеҙмәткәрҙәр.

Әлбиттә, конкурс шарттары буйынса күп ҡатлы йорттар йәшәүселәр үҙҙәре билдәләй. Улар ихата торошон туранан тура ҡала хакимиәтенә хәбәр итә ала. бының өсөн һеҙ экранда күргән электрон почтаға, йә иһә "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге махсус төркөмгә ебәреү ҙә етә. Ә инде "Иң яҡшы" һәм "Иң насар йорт ихатаһы" 19 мартта билдәләнәсәк.

sneg@ufacity.info

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика