Әйләндерергәме, әйләндермәҫкәме?! 25.07.2017

Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәте балалар һәм үҫмерҙәр араһында популяр уйынсыҡ - спиннерҙы сәләмәтлек өсөн хәүефһеҙлеккә тикшерәсәк. Борсолор урын, ысынлап та, бар. Бөгөн был әйләнеүсе ҡоролма менән магазиндарҙа ғына түгел, ял һәм күңел асыу паркттарында, урамда ла күпләп һатыу итәләр. Етештереүселәргә миллиондарса һум килем килтергән йүнәлештең ҡулланыусылар өсөн файҙаһы бармы?! Антистресс тип танылылыу яулаған тауарҙың тынысландырыу тәьҫире нимәлә?!

Ябай подшипник һәм бер нисә таждан торған был уйынсыҡты ҡулланыусылар, әйтерһең дә, гипноздың ҡыҫҡаса сеансын үтә.
Телефон, гаджеттар ары торһон, яңы ҡоролма бар иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә. Бармаҡтарҙа ғына түгел, маңлайҙа, тубыҡта, ғөмүмән, тигеҙ урында ул бер нисә минут бер туҡтауһыҙ әйләнә ала. Балалар һәм үҫмерҙәр бер береһе менән ярышып тигәндәй төрлө трюктар яһай.

Шуныһы ҡыҙыҡ. Бөгөн ажиотаж менән ҡулланылған спиннер 90-сы йылдарҙа уҡ барлыҡҡа килә. Американан Кетрин Хэттингер  уны ауырыу ҡыҙы өсөн уйлап таба. Башта уйынсыҡ аутизм менән яфаланған һәм иғтибар кимәле аҙ булған балаларға терапия алымы  итеп тәҡдим ителһә, хәҙер тауарҙы башлыса тынысландырыу сараһы булараҡ та рекламалайҙар. Йәнәһе лә яңы антистресс ҡоролма. Ысынында иһә был алдан уйланылған шәп пиар-компания ғына.

Бөгөн уйынсыҡтар донъяһы төрлө һәм мауыҡтырғыс. Пульт ярҙамында уларҙы йөрөтөргә, осорорға мөмкин. Ҡурсаҡтар үҙҙәре һөйләшә, бейей һәм ашай белә. Шулай ҙа балалар өсөн магазинда иң һатылған тауар - спиннерҙар. Сауҙа өлкәһендә эшләүселәр әйтеүенсә, уларҙы бөгөн тик ялҡауҙар ғына етештермәй.

Бәләкәй киосктарҙан алып аҙыҡ-түлек супермаркеттарына тиклем - барыһы ла ҙур һорау менән ҡулланылған тауарҙан килем алырға тырыша. Интернет аша тиҫтәләп төр спиннер һатыусылар ҙа бар.
Касса янында ҡуйылған уйынсыҡҡа һәр ваҡыт акцияларҙың ойошторолоуы ла - аудитория һанын күбәйтеүгә йүнәлтелгән.

Өфөләге ял парктарының береһендә спиннерҙар менән сауҙа итеүсе Мөнжиә Сәлимова иһә популяр уйынсыҡты СССР заманынандағы Дюймовочкаға оҡшаған,-ти. Спиннер артынан килеүселәргә иҫке ҡоролманы тәҡдим итеүҙәр генә бушҡа.

Башлыса Ҡытайҙа етештерелгән был тауарҙың сифатында шикләнеүселәр күп. Тиҙ әйләнеүсе ҡоролма балаларҙы йәрәхәтләй ҙә ала. Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар һорауы буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы белгестәре  ғалимдар менән берлектә спиннерҙарҙың балалар сәләмәтлегенә йоғонтоһон өйрәнәсәк. Кем белә, бәлки, киләсәктә уйынсыҡ ҡулланыуға рөхсәт ителмәгән тауарҙар исемлегенә инер?!

Хәүефләнер урын бар. Ни тиһәң дә, үҙҙалы, төрлө деталдәр ярҙамында спиннер уйлап сығарырға тырышыусылар ҙа етәрлек. Шуға балалар менән аңлатыу эшен алып барыу мөһим. Әммә белгестәр  илдә был әйләнеүсе уйынсыҡҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу йыл аҙағына тиклем кәмейәсәк тип фаразлай. Яңы уҡыу йылының башланыуы ла балаларҙың иғтибарын, тәү сиратта, белем алыуға йүнәлтер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика