Языков ауылында ғауға 03.08.2015

Пассажир ташыу менән шөғөлләнеүсе ике эшҡыуар Өфөгә тиклем маршрутты бүлә алмай. Бәхәс хатта, күрәләтә эшләнгән аварияларға барып етә. Йүнселдәр бер-береһенең автобустарына рейсҡа сығырға ҡамасаулай. Бының ыңғай яғы ла бар. Пассажир өсөн көрәшеү һөҙөмтәһендә юл хаҡы ике тапҡырға төшкән.  

Хәҙер инде айға яҡын Языков ауылының тыныс иртәләрен ошондай низағтар бүлә. Тартҡылашыуҙар көнө буйы дауам итә. Пассажир ташыусы ике эшҡыуар бер нисек тә уртаҡ тел таба алмай. Йылға яҡын бергә татыу эшләгән йүнселдәр айырылырға була.
Анастасия Прошина, шәхси эшҡыуар: «Элек беҙ уртаҡ расписание буйынса эшләй инек. Бер көн минең автобус беренсе булып ҡуҙғала, икенсе көн Вәлиуллиндыҡы. Ләкин конурентыбыҙ пассажирҙарҙы насар хеҙмәтләндергәнгә күрә мин башҡа график буйынса эшләй башланым».
Артабан «көндәштәр» яһалма авариялар, бер-береһенең автобустарын ҡамау кеүек алымдар ҡуллана башлай. Пассажир өсөн көрәшеп Анастасия Прошина Языковтан Өфөгә юл хаҡын 100-ҙән 50 һумға тиклем төшөрә. Һуңынан яңы график уйлап таба.
Пассажирҙар был хәлгә иғтибар итмәй. Ниндәй автобусҡа ултырыуға килгәндә, улар бары тик ҡуҙғалыу ваҡыты буйынса тап килгәнен һайлай.  
Ләкин ҡайһы саҡта мөмкин тиклем күберәк аҡса эшләргә тырышҡан кеше ташыусылар арттырып та ебәрә тиеүселәр бар.
Эшҡыуарҙарҙың үҙ-ара аңлаша алмауы ҙур бәләгә әйләнмәһен өсөн Языков ауылындағы һуңғы туҡталышта полиция хеҙмәткәрҙәре дежур итә. Хәл тураһында район хакимиәте лә хәбәрҙар. Йүнселдәр менән әңгәмә ойошторолған, тик әлегә килешеү юҡ. Конкуренттар көрәшенә, улар закон сиктәренән тайпылмағанда ҡыҫылыу мөмкин түгел. Ә пассажирҙар был осраҡта ота ғына.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика