Яугир-урмансы

Яугир-урмансы 06.06.2015

Иглин районының Ивано-Казанка ауылында һәйкәл асылды. Ауыл халҡында урындағы паркта Петр Якутчик  иҫтәлеген мәңгеләштереү идеяһы күптән барлыҡҡа килә. Бер нисә йылдан һуң был ниәт тормошҡа аша.  

Сәхнәлә үҙешмәкәр артистар оло юбилейға - Ивано-Казанка ауылының 130 йыллығына ашҡынып ҡайтҡан яҡташтарын сәләмләй. Ҡунаҡтар араһында Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килеүселәр бар. Улар ауылдың тарихы хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды.  Байрамда шулай уҡ ауыл эшсәндәре Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Ивано-Казанкала 700-ән ашыу кеше йәшәй. Ауыл халҡы шәхси хужалыҡ тота, умартасылыҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, байрамда урындағы йүнселдәр ҡул эштәре күргәҙмәһен дә ойошторҙо.  Шулай ҙа сараның иң күркәм өлөшө һәйкәл асыу тантанаһы булғандыр.  Был көн күптән көтөп алынған.
Ауыл биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир Петр Якутчиктың исеме таш һын менән мәңгеләштерелде. Ул 1942 йылда фронтҡа китә. Курск дуғаһындағы ҡаты алыштарҙа ҡатнашҡандан һуң Александр Матросов исемендәге 254-се уҡсылар полкына эләгә. 1944 йылда  Пустошка ҡалаһын азат иткәндә ҡаты яралана. Уның һуғышта һәләк булыуы хаҡында хәбәр тарала.
Һәйкәлдә Петр Якутчиктың ҡуян балаһын тотоп тороуы кәүҙәләндерелгән. Бының сәбәбе ябай, фронттан һуң ул оҙаҡ йылдар райондың Пушкин урмансылығында эшләй. Сәнәғәт эшмәкәрлегенән дә ситтә ҡалмай. Уның ярҙамында урында йылҡысылыҡ фермаһы төҙөлә.
Һәйкәл  урыны юҡтан ғына һайланмаған, был парк 2000 йылда Петр Якутчик иҫтәлегенә булдырылған. Унда урмансының яратҡан ағастары - ҡайын, шыршы, ҡарағайҙар ултыртылған.
Ил тыныслығы, киләсәк быуындың бәхетле тормошо өсөн көрәшкән батыр яугир хаҡында ауылдаштары онотмай. Күптән түгел Ивано-Казанкала яңы урам барлыҡҡа килә. Уға ла Петр Якунчик исеме бирелә. Әлеге мәлдә бында йәш ғаиләләргә ер бирелә.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика