Яуаплы аҙым яһаусылар 07.11.2015

Ишембай районы Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Сәриә менән Юлай Ғәлләмовтар балалар йортонан ете сабыйҙы тәрбиәгә алған. Үҙҙәренең ике балаһы буй етеп, уҡырға киткәс, бушап ҡалған өй бөгөн кескәйҙәрҙең шат тауышына күмелгән.

Беренселәр «Әлифба» дәресендә хәреф өйрәнеүен дауам итә. Көҙгө каникулдан һуң үтелгәндәрҙе ҡабатлау мөһим. Ҡайһы берәүҙәре ял көндәре күберәк уйнаған, буғай. Яңылышып та ала. Ә бына тәүге парталарҙа ултырған ҡыҙҙар дөрөҫ яуап ҡайтарыуы менән алдыра. Уларҙың өсөһө лә бер ғаиләнән. Әммә игеҙәк түгелдәр. Балаларҙы Кинйәбулат ауылының Ғәлләмовтар ғаиләһе ҡарауға алған.
Дәрестәр тамамланғас ҡыҙҙар ҡайһы берҙә ағалары менән бергә ҡайта. Йорттары мәктәпкә яҡын, 300 метр самаһы ғына. «Шулай ҙа был араны бергә үтеү күпкә күңеллерәк тип иҫәпләй!»- улар.
«Өйгә ҡайтҡас, әҙерәк уйнап алһаң да була. Зал көн дә балалар баҡсаһын хәтерләтә. Саша менән Данил ғәҙәттәгесә, конструкторҙар ҡороп баш ҡатырһа, ҡыҙҙар айырым йыйылып ултыра. Ете бала тәрбиләүе күңелле!»- тип иҫәпләй уларға ата-әсә наҙын бүләк итеүселәр.
Хужабикә йорт эштәре менән генә булыша. Туғыҙ кешегә етерлек итеп ашарға бешереү ваҡыт та, уңғанлыҡ та талап итә. «Айына бер ҡалаға сығып, күпләп аҙыҡ-түлек һатып алабыҙ!» - ти ҡатын. Быйыл ҙур ғаиләнең баҡсаһында бигерәк тә картуфы уңған. Әйткәндәй, Ғәлләмовтар транспорт яғынан ҡыйынлыҡ кисерә. Ете бала менән бергә Ишембайға кинотеатрға барып килеү өсөн дә уларға автобуста елергә тура килә, еңел машинаға барыһы ла һыймай. «Газель» булғанда, бәлки, яҡшыраҡ та булыр ине!»- тигән ҡарашта улар.
Тәмле аштан һуң, ҡыҙҙар тиҙ генә өйгә эш артына ултыра. Бер- береһенә ярҙам итеп сәмләнеп уҡыйҙар. Әйткәндәй, киләсәктә улар барыһы ла медицина өлкәһендә эшләргә уйлай.
14 йәшлек Альберт - балалар араһында иң олоһо. Үҫмер тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә, йорт эштәрендә лә - ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы. Мал-тыуар ҡарау - уның өҫтөндә. Малай ваҡытын дөрөҫ файҙаланырға күнеккән.
Быйыл йәй ғаилә башлығы ҡарағайҙан яңы йорт күтәргән. «Тиҙҙән күсенеү мәшәҡәттәре башлана инде!» - тип һөйөнә ул. Әлегә эске биҙәү эштәре ҡалған.Йортта бөтә уңайлыҡтар ҡаралған, хатта, мунсаһы ла бергә буласаҡ. Тимәк, балаларҙы иркен яңы тормош көтә.
Әлегә өйҙә тағы ла бер ҡыуаныс. Малай-ҡыҙҙар бесәй балалары менән уйнап көн үткәрә. Һөйөү, наҙ тулы ғаиләлә үҫкән кескәйҙәр «яратыу», «бер-береңә ярҙамлашыу» төшөнсәһен аңлап, күреп үҫә. Шуныһы ҡыуаныслы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика