Ярты килограмм синтетик наркотик әйләнештән алынды

Ярты килограмм синтетик наркотик әйләнештән алынды 02.10.2014

Полицейскиҙар үлемесле төнәтмә менән һатыу итеүселәрҙе ҡулға алды. Енәйәтселәр  тыйылған матдәне Өфө һәм Дәүләкән ҡалаларында  таратҡан.  

Дәүләкән ҡалаһында йәшәүсе ғаилә наркотиктар һатыу һәм ҡулланыу менән күптән шөғөлләнгән.Фатирҙа 180 грамм тыйылған синтетик наркотик табыла. Ғаилә башлығы Өфөлә тотола. Тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, баш ҡалаға ул наркотик һатырға килгән. Уның шәхси автомобилендә дозаларға бүленгән 250 грамм иҙмә табыла.Өфөлә наркотик таратыусылар ойошмаһының башлығы ла ҡулға алына. Дәүләкән кешеһе Өфөлә күптән йәшәгән һәм тыйылған матдәне тыуған ҡалаһында таныш-белештәре аша таратҡан. Наркотик һатыуҙы баш ҡалала ла яйға һалған. Тикшереү версияһы күрһәтеүенсә, тыйылған матдәне табыуҙы һәм таратыуҙы ул ойошторған. Ҡулға алыныусы быны инҡар итә. Әле полицейскиҙар енәйәтсе төркөм ағзаларын һәм башҡа клиенттарын асыҡлау менән мәшғүл.

Максим Родионов, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе: «Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Ҡулға алынған ике ир суд ҡарары менән һаҡ аҫтына алынды, әшнәләренә йорттарынан ситкә сығыу тыйылды». 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика