Яратҡан эшен күңел биреп башҡарғандар хеҙмәттә юғары уңыштарға өлгәшә 06.02.2017

Әбйәлил районында  йыл буйына тырышып эшләп, төрлө өлкәләрҙә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү күркәм йолаға әүерелгән. Быйыл да иң-иңдәр тип табылғандар район мәҙәниәт һарайында үткән тантанаға йыйылды. Улар араһында  табиптар ҙа, уҡытыусылар ҙа, социаль хеҙмәткәрҙәр ҙә, шулай уҡ "Байыҡ" телевизион бейеү бәйгеһе еңеүселәре, хатта донъя чемпионы ла бар.

"Байыҡ" балалар республика телевизион бәйгеһендә әбйәлилдәрҙең һынатҡаны юҡ. Былтыр улар төрлө номинацияла өс Гран-при яуланы. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында үҙҙәренең йәш төркөмдәрендә Карина Ғәйфуллина менән Әлиә Мөхөтдинова конкурстың төп бүләгенә эйә булды. Шулай уҡ Байым ауылының "Шатлыҡ" балалар өлгөлө бейеү ансамбле лә ҙур уңышҡа өлгәште. 2008 йылдан үткәрелеп килгән бейеү бәйгеһендә өлкәндәр ҙә ҡалышмай.  

Төбәк данын республика кимәлендә данлаусы ғаилә хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү тантанаһына саҡырылды. Быйыл район етәкселеге төрлө өлкәләрҙә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүселәр өсөн 38 грант булдырҙы. Мәҫәлән, Ишкилде ауылынан Нурия Усманова былтыр Рәсәйҙең иң яҡшы 10  фельдшерҙарының береһе тип танылған, ә инде Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡытыусыһы Альбина Муллаәхмәтованың балалары төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙың даими еңеүселәре. 2016 йылда уның уҡыусыһы Мәскәүҙә үткән Рәсәйҙең дәүләт телдәре буйынса бәйгелә беренсе тапҡыр алтын миҙалға лайыҡ булған.  

Бүләкләү тантанаһында иң яҡшы ауыл биләмәләре лә билдәләнде. Атап үткәндә, "Сәләмәт ауыл" конкурсында  Күсемдәр алдынғылыҡты бер кемгә лә бирмәне. Бер үк ваҡытта районды хәҙер донъя кимәлендә танытыусылар ҙа арта бара. Былтыр Ҡазанда үткән Тхэквондо буйынса донъя чемпионатында Асҡарҙан Динислам Ҡотоев  еңеүсе исемен яуланы. Спортта ла, уҡыуҙа ла һынатмаған малайға райондың маҡтау ҡағыҙы һәм кеҫә телефоны тапшырылды.    

Граждандар оборонаһы өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыуҙағы ҡаҙаныштары Фуат Мәхийәнов Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының миҙалы менән бүләкләнде. Күркәм сара  хеҙмәт алдынғылары хөрмәтенә матур байрам концерты менән тамамланды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика