Янғын һүндереүселәр махсус уҡыуҙар үткәрә

Янғын һүндереүселәр махсус уҡыуҙар үткәрә 29.05.2015

Күнекмәләр өсөн юҡҡа ғына Өфөнөң Дим районының Тәрән күл биләмәләре һайланмаған. Ете муниципаль районға һәм 24 ауыл-ҡасабаға бүленгән Өфө ҡала округының 21 594  гектарын урман,  325 квадрат метрын торф ятҡылыҡтары тәшкил итә. Заманса янғын һүндереү машиналары асыҡ һыу ятҡылыҡтарынан уңайлы итеп һыу тултыра алыу мөмкинлеге менән  тәьмин ителергә тейеш. Башҡортостанда   бигерәк тә яҙғы - йәйге айҙарҙа 1-се майҙан 20 июлгә тиклем ваҡытта  ғәҙәттән тыш хәлдәр йыш теркәлә. Ҡала эргәһендә урман янғынын  иҫкәртеү уҡыуҙарында  37 берәмек техника һәм 131 янғын һүндереүсе ҡатнашты.

Был автобустың төп эше янғын сығыу осраҡтарын иҫкәртеү. Махсус плакаттар менән йыһазландырылған маршрутҡа сығыусы хеҙмәткәрҙәр үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Урман биләмәләрендә ял итеүселәр ут менән һаҡ эш итһен өсөн аңлатыу һәм өгөтләү эштәре алып бара. Янғынға ҡаршы листовкалар тарата.
Радик Нәсибуллин, Өфө ҡалаһының янғынға ҡаршы көрәш идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Яҙғы - йәйге  уҡыуҙарҙы даими үткәрәбеҙ. Бындай уҡыуҙар оло янғындар булмаһын, ут баҡсала йәшәүселәрҙең йортона күсмәһен өсөн үткәрелә».  
Өфө ҡалаһы  урман биләмәләрендә  янғын сыға ҡалһа, уны һүндереүгә137 берәмек техника һәм 1500 шәхси состав даими сафта тора. Әммә ут сығыу осраҡтарын алдан иҫкәртеү яҡшыраҡ ,ти белгестәр. Был квадорцикл урмандарҙың эре техника үтә алмаған урындарын да тикшереп сыға ала. Уны Мейәс ҡалаһында йыялар.  Бәләкәй, әммә ыҡсым машина  - автомат-коробка.
Рәмзис Мәрҙәншин, 8-се  март  ҡасабаһының янғын һүндереү идаралығы етәксеһе: «Был квадроцикл янғынды иҫкәртеү өлкәһендә бик кәрәкле. 8-cе Март ҡасабаһында көн һайын патрулгә сыға».
Дим биҫтәһенең баҡсаларға яҡын өлөшөшөндә урман янып китә. Машиналар һыуҙы күлдән ҡуллана. Был ғәҙәти уҡыуҙар ғына булһа ла, янғын һүндереүсе боецтар өсөн дә, халыҡ өсөн дә фәһемле. Янғын һүндереүсе ир-егеттәр бер-береһен күҙ ҡарашынан, ым-ишаранан аңлап , үҙ эшен теүәл башҡара. Өс  һыу һурҙырыу нососы булған станцияһының мөмкинлеге ҙур. Ул секундына 260 литр һыу һиптерә ала. Янғын һүндереү эсәге мең ярым метрҙан һыу һиптерә ала. Уның ярҙамында бер юлы өс нөктәлә эш алып барырға мөмкин.  
Айрат Ғибәҙуллин, Нуғай ҡасабаһының янғын һүндереүсеһе: «Бындай күләмле уҡыуҙар эшебеҙҙе тағы ла һөҙөмтәлерәк итергә ярҙам итә. Мин халыҡҡа шулай тип өндәшер инем. Тәбиғәттә ял иткәндә янғын хәүефһеҙлеген теүәл  үтәһендәр ине. Янғынды булдырғансы, уны иҫкәртеү яҡшыраҡ».
Бындай уҡыуҙар янғын һүндереү бүлектәренең техника торошон, боецтарҙың һәм ошо биләмәләр халҡы хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы етәксе органдарҙың  әҙерлеген тағы ла бер тапҡыр энә күҙәүенән үткәреү мөмкинлеге бирә.  Утты күмәк көс  менән тиҙ арала  еңеү яҡшыраҡ.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку