Янғын һүндереүселәр - актерҙар ролендә

Янғын һүндереүселәр - актерҙар ролендә 16.12.2014

Ведомство хеҙмәткәрҙәренең балалар өсөн әҙерләгән Яңы йыл тамашалары башланғыс синыф уҡыусылары һәм балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн тәғәйенләнгән. Спектакль балаларҙы шыршы биҙәгәндә үтәлергә тейешле ҡағиҙәләргә, пиротехника менән һаҡ эш итергә өйрәтә.

Ҡотҡарыусылар кескәйҙәргә әкиәт аша хәүефһеҙлек  ҡағиҙәләрен аңлата. Тамаша барышында балаларға төрлө һорауҙар бирелә, аңлатыу эштәре алып барыла. Сценарий буйынса бында тик төлкө генә юҡ. Бер кемде лә тыңламай урманда  петардалар яндырыусы хәйләкәр хайуан үҙе лә һиҙмәҫтән янғын сығара.
Елена Апполонова, Өфөнөң янғындан һаҡланыу идаралығы пропаганда үҙәгенең әйҙәүсе методисы: «Уйын формаһында балалар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен яҡшыраҡ үҙләштерә, иҫтәрендә лә ҡала. Бынан тыш, әкиәттән улар ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда ниндәй телефон һандарын йыйырға, үҙҙәрен нисек тоторға кәрәклеген дә белә».
Янғын һүндереүселәр бындай тамашаларҙы йыл һайын уҙғара. Ҡотҡарыусыларҙы актерлыҡ оҫталығына режиссерҙар өйрәткән. Кескәйҙәр ҙә тамашаны ҡыҙыҡһынып ҡараны. Әкиәт геройҙарына тыңлауһыҙ төлкөнө уттан сығарырға ярҙам итте.
Тамашаға Өфөнөң һәр мәктәбенән башланғыс синыф уҡыусылары саҡырыла. Һәр спектаклгә йөҙҙҙән ашыу бала йыйыла.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен шыршы биҙәгәндә генә түгел, урамда боҙ ҡаласыҡтарҙа уйнағанда ла оноторға ярамай. Ҡышҡыһын кескәйҙәр тауҙан шыуырға ярата. Бында, әлбиттә, сиратты боҙмай ғына, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп кенә төшөргә кәңәш ителә. Сөнки ошо ябай иҫкәртеүҙәрҙе инҡар итеү йыш ҡына күңелһеҙ тамамлана.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку