Ян Крыжевский совет заманында иң сағыу рәссамдарҙың береһе була 07.11.2014

80-се йылдарҙа ул Совет власына ҡаршы картиналары өсөн  Өфөлә танылыу яулай алмай. Шуға ла тәүҙә Вологодский  ҡалаһына, һуңынан Америка Ҡушма штаттарына сығып китә. Сит илдә рәссамдың күп кенә эштәре күргәҙмәләргә ҡуйыла. Ләкин тиҫтә йылдан һуң уның исеме тыуған яғында ла, сит илдә лә онотола. Бынан тыш, рәссам тыуған яғына ҡайта алмай,  яҡындары менән дә бәйләнешкә инмәй. Совет заманынан икенсе илгә танылыу эҙләп сығып киткән рәссамдың ижад юлы ни өсөн күңелһеҙ тамамлана.

Мария Крыжевская  атаһын йыш иҫкә ала. Рәссамдың Башҡортостанда йәшәгән ваҡытында бергә төшкән фотоларын ҡат-ҡат ҡарай. Атайым талантлы кеше ине, ләкин холҡо бик ауыр булды. Һәр ваҡыт үҙенең оҫтаханаһында һүрәт төшөрҙө. Тарих яратты, урам буйлап йөрөгәндә лә һәр саҡ Өфө урамдарының атамаһы, ни өсөн теге йәки был исем бирелеүе хаҡында һөйләй торғайны, тип хәтерләй ул. Атаһы сит илгә сығып киткәс тә улар аралашып тора. Ләкин һуңғы йылдарҙа бәйләнеш бөтөнләй өҙөлә.
Мария Крыжевская, Ян Крыжевскийҙың ҡыҙы: «Йыш ҡына беҙгә ҡунаҡҡа күренекле рәссамдар, музыка белгестәре килә ине. Был осрашыуҙар матур булып хәтеремдә ҡалған. Күңелем менән һиҙәм, әле атайыма бик ауыр».
Ян Крыжевский совет йылдарында танылыу тапмаған рәссам тип әйтергә лә мөмкин. Йыш ҡына оҫтаның картиналарын аңламайҙар. Уның экспозицияларында Совет власына ҡаршы ҡараш сағыла. Шуға ла йыш ҡына Рәссамдар союзы менән аңлашылмаусанлыҡтар тыуа. Ижадсының дуҫы, уҡыусыһы Рәсих Әхмәтвәлиев былтыр Америкаға барғанда остазы менән осраша. Ул үҙенең тыуған яғын һағына, ҡайтҡыһы килә, ти рәссам.
Ҡыҙғанысҡа,  сит илдә  документтарын юғалта. Хәҙер ул үҙенең тыуған яғына ҡайта алмай.
Совет заманында ижадта дан-шөһрәт эҙләп күп кенә шәхестәр сит илдәргә сығып китә. Кемдәрҙер ят ҡитғала танылыу яулаһа ла, ҡайһы берәүҙәр юғалып ҡала. Тормошта төрлө хәлдәр була, шуға ла Ян Крыжевскийҙы тыуған яғына ҡайтарыр өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, ти рәссамдың яҡындары. Ул ҡайтыр тигән өмөт һүнмәй уларҙа.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика