Ямғырлы көндә түбәнән аҡҡан һыу, аҡтарылған буяу, электр сымына һыу эләгеп янғын сығыу хәүефе 24.10.2015

Бындай күренеш Өфөнөң Сәғит Агиш урамындағы 26/1 йортта йәшәүселәргә нисәнсе йыл уңайһыҙлыҡ тыуҙыра.  

Фатирға Тимерғазиндар 2000 йылда күсә. Шул ваҡыттан бирле ғаилә ошондай уңайһыҙ шарттарҙа йәшәргә мәжбүр. Торлаҡ 2010 йылда төҙөкләндерелһә лә, ике-өс йылдан һуң йәнә бер үк мәшәҡәт башлана. Торлаҡ файҙаланыу идаралығына ярҙам һорап шылтыратһаҡ та, файҙа юҡ, - тип көйә Фәниә Ибраһим ҡыҙы. Бигерәк тә йәйге ваҡытта ҡыйынға тура килә. Баҡсаға сығып китһәң, ҡайтыуыңа ямғыр яуһа,  бар донъяны һыу баҫа.
Фәниә Тимерғазина, Сәғит Агиш урамындағы 26/1 йортонда йәшәүсе: «Ямғыр яуа башлаһа, беҙ шунда уҡ диспетчерға шылтыратабыҙ. Ямғыр яуғанда килегеҙ, күрегеҙ, тик ҡулсатыр тотоп килергә онотмағыҙ. Әлбиттә, берәү ҙә килмәй, берәү ҙә ҡарамай. Гел генә ямғыр яумаһа ярар ине тип теләп кенә торабыҙ».
Мәсьәләне асыҡлау өсөн беҙ 49-сы торлаҡ файҙаланыу идаралығына мөрәжәғәт иттек. Ойошма етәксеһе вазифаһында ул дүртенсе көн генә эшләй. Ә бөгөн директор урынбаҫары булып эшләүсе элекке етәксе миңә мөрәжәғәт итеүсе лә, ғариза яҙыусы ла булманы тип иҫбатлай.
Альфред Мәжитов, Өфөнөң 49-сы торлаҡ файҙаланыу идаралығы директоры урынбаҫары: «Тәртип булдырырбыҙ. Барлыҡ мөрәжәғәттәр ҙә ҡаралыр. Кәрәк тип тапҡан осраҡта, яңы технология буйынса төҙөкләндерербеҙ. Ни тиһәң дә, әлеге материалдар күпкә сыҙамлы һәм оҙаҡ хеҙмәт итә».
Капиталь ремонт мәсьәләһе тиҙ генә хәл ителмәһә лә, йортто иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Йортта йәшәүселәр идаралыҡ етәкселеге вәғәҙәһенә ышанып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика