Ямғыр аҫтында ҡыйыҡһыҙ

Ямғыр аҫтында ҡыйыҡһыҙ 14.08.2014

Өфөнөң Гоголь урамындағы 13-сө йортта йәшәүселәр  аҙна башындағы  ҡойма ямғырҙы  япмаһыҙ ҡаршы ала.  Бар бәлә ике ҡатлы барактағы  ремонт эштәренә бәйле. Төҙөлөш компанияһы  иҫке ҡыйыҡты һүтеп ташлай, әммә ял көндәренә тиклем профнастил менән  ябып өлгөрмәй ҡала. Йоҡа рубероид ҡына  көслө ямғырға ҡаршы тора алмай, фатирҙарға һыу тула, хатта түшәмдәр  ишелеп төшә.

Ямғыр мәлендә фатир хужаларына бер бүлмәнән генә 40-50 биҙрә һыу сығарып түгергә тура килә. Йорт йыһаздары зыян күреүҙән тыш, обойҙар ҡуба, түшәмдәр ҡойола башлай.  Ике ҡатлы баракта былай ҙа уңайлыҡтар юҡ ине, ямғыр ҡалған мөлкәтте лә зыянлап ҡуйҙы, ти йортта йәшәүселәр.  
Татьянаның өҫтөнә иһә түшәм  люстра менән бергә ишелеп төшә. Ҡатындың үҙен емереклектәр араһынан күршеләре тартып сығара.
Ике ҡатлы  барак бер мәғлүмәт буйынса 1840, икенселәрен ҡараһаң, 1917 йылда төҙөлгән. Заманында бында ирҙәр семинарияһы, иҫәп палатаһы ла урынлашҡан була. Һуғыштан һуң ул фатир итеп бирелә. 30-40 йыл элек  бина авария хәлендә тип табылып, кешеләрҙе күсерергә һүҙ бирәләр. Әммә вәғәҙә ҡағыҙҙа ғына ҡала. Бында ике тапҡыр янғын да сыға. Асия  Ибраһимова уттан һуң аяҡтан яҙған. Йүгереп йөрөй инем, янғындан һуң инсульт һуҡты, ти ул.
Әле бындағы 22 бүлмәлә 70-ләп кеше йәшәй. Шарттар юҡлыҡҡа ҡарамаҫтан,  коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтар  юғары ғына.  Йәш әсә Динара Ибраһимова  31 квадрат метр өсөн  3 мең ярымын  сығарып һалырға мәжбүр. Ә  уңайлыҡтар хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Ике йыл элек йортта йәшәүселәргә яңы торлаҡ  вәғәҙә итәләр, әммә  ул да һүҙҙә генә ҡала.
Иҫкегә тарыһаң, иҫең китер тигән һымаҡ фатир хужалары ремонттың файҙаһы тейеренә ышанып та бөтмәй. Сөнки Гоголь урамындағы 13-сө һанлы был йорттоң артынан бәхетһеҙлек эйәреп кенә йөрөй. Йә янғын сыға, йә түбә ишелеп төшә. Ирекһеҙҙән 13 һанының хикмәтенә ышанып та ҡуяһың.
Элек был тирәлә ошондай ике ҡатлы бер нисә барак була. Әммә улар барыһы ла емереп ташлана. 13-сө һанлы йорт ҡына  бер программаға ла эләкмәй.  Өфө ҡалаһы хакимиәтендә иһә был  ғәҙелһеҙлекте  объекттың  архитектура ҡомартҡыһы булыуы менән аңлаталар.
Әле йортта ремонт  башланған. Әммә был күренеш хужаларҙы ғына һөйөндөрмәй. Тыштан  ямауҙан ни файҙа, өй эстән ҡалтырап ултырғас, ти улар.  
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку