Ял көнөндә Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында алты йәшлек малай Дим йылғаһында һыуға баты

Ял көнөндә Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында  алты йәшлек малай Дим йылғаһында  һыуға баты 24.11.2014

Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Урында ҡотҡарыусылар бригадаһы эшләй.  

Хәл уҙған шәмбе сәғәт дүрттәр тирәһендә була. Раевкала йәшәүсе өс малай Дим ярына килә, уларҙың икәүһе йылғаға төшә. Ул ваҡытта ныҡлап туңмаған боҙ сатнап ярылып китә.   Балалар һыуға сума. Ярҙа ҡалған малай ҡысҡырып ололарҙы ярҙамға саҡыра. Был хәлде күреп ҡалған балыҡсы яҡында ғына йәшәгән Булат Юлмөхәмәтов менән ярҙамға ашыға.
Ҡотҡарылған балаға медицина ярҙамы күрһәтелгән. Яҡындары әйтеүенсә фажиғәле хәлдән һуң ул төнө буйы һаташып сыҡҡан. Малайҙарҙың  икеһе мәктәп йәшендә, һыуға батҡаны балалар баҡсаһына йөрөгән. Шаһиттар әйтеүенсә,  боҙға  тәүләп ул төшкән, ә  икенсеһе уны ҡотҡармаҡсы булған.
Фажиғә урынында ҡотҡарыусылар эшләй. Кәүҙә әле табылмаған. Йылға төбөндә  уйһыуланып, соҡорланып торған ере лә,  ташҡын менән килгән, йә ярынан  ауған ағастар ҙа күп ти водолаздар.
Александр Чачин, Өфө эҙләү-ҡотҡарыу отрядының водолаздар хеҙмәте етәксеһе: «Был ауылда  былтыр декабрь айында ла ошондай уҡ хәл булғайны. Бына тағы сираттағы фажиғә. Ҡотҡарыусылар баланың кәүҙәһен инде икенсе көн эҙләй. Ул әлегәсә табылманы. Водолаздар 500 метр тирәһе арауыҡты тикшерҙе».
Былтыр батҡан бала яҙ айҙарында ғына табылған. Көндәрҙең һыуытыуы  эҙләүҙе ҡатмарлаштыра ти  ҡотҡарыусылар.  Алты йәшлек малай ғаиләлә икенсе бала булған. Бик тә ихлас ине тип иҫләй уны яҡындан  белгәндәр.
Татьяна Горячева, 5-се балалар баҡсаһы мөдире: «Киләһе йылға ул мәктәпкә барырға тейеш ине.Аҡыллы,  әүҙем, наҙлы бала ине.Телмәр үҫешендә бер аҙ тотҡарлыҡ бар ине.  Уға ололарҙан бәлки күберәк иғтибар ҙа талап ителгәндер. Ғаиләһе яҡшы, ата-әсәһе балалар баҡсаһында булған бөтә сараларҙа ла ҡатнаша торғайны».
Боронғоларҙың «Көҙгө боҙға көҙгө ҡалынлығы булһа ла ышан» тигәне дөрөҫлөккә тап килеп бөтмәй шул. Һыу ятҡылыҡтарын әҙме-күпме боҙ ҡапларға ла өлгөрмәй, балыҡсылар ҙа пәйҙа була, балалар ҙа ҡыҙыҡһынып уның ныҡлығын тикшереп ҡарарға ярата. Уйындан уймаҡ сыҡмаһын өсөн ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаһындар ине өлкәндәр ҙә, балалар ҙа.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку