Ял итергә – Бөрйәнгә!

Ял итергә – Бөрйәнгә! 23.12.2015

Төркиәгә, Мысырға туристарға юл ябылғас, үҙебеҙҙә ял итеү өсөн яҡшы шарттар тыуҙырыу төп маҡсат булып тора. Бигерәк тә байрамдар алдынан халыҡ ял урындарын һайлай башлай. Башҡортостанда хозур урындар байтаҡ. Бөрйән районында ғына, мәҫәлән ике ҡурсаулыҡ бар. Райондың туризм буйынса менеджеры белдереүенсә, унда Яңы йыл байрамдарына  урындар ҡалмаған тиерлек.  Беҙҙең хәбәрселәр «Шүлгәнташ» мәмерйәһендә ял итеү өсөн уңайлыҡтар менән ҡыҙыҡһынды.

Йәйгеһен мәмерйә алды ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтһә, ҡыш бында тынлыҡ. Ни бары һаҡсылар менән ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәрен генә осратырға мөмкин. Юл буйында теҙелеп киткән кәштәләр ҙә, кафелар ҙа эшләмәй.
Был «Шүлгәнташ» эргәһендә урынлашҡан ял итеү комплекстарының береһе. Ул муниципалитет милеге. Туристар өсөн бер-бер артлы йорттар теҙелеп киткән. Ял итергә килеүселәрҙең күбеһе ошонда урынлаша. Һәр йортта йыуыныу бүлмәләре, койкалар бар. Ләкин шарттар бик яҡшы тип әйтеп булмай. Йыуыныу бүлмәһендә урынлашҡан һыу йылытҡыстары бәләкәй, тимәк ете кешелек номерҙарҙа барыһы ла йыуына алмаясаҡ.
Кеше башына ете йөҙ һум. Ете урынлыҡ өсөн дә, ике урынлығы өсөн дә ошо уҡ хаҡ. Ял базаһы менеджеры белдереүенсә, хаҡтар шарттарға ҡарап билдәләнгән. Мәмерйәгә тиклем машинала барып булмай, юл юҡ. Шуға саҡрым ярым юлды йәйәү үтергә кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр ҡарғиҙәрҙәрҙә бара.
Йәй бында атта һыбай йөрөү һымаҡ төрлө хеҙмәттәр булһа, ҡыш улар юҡ. Әлбиттә, балыҡ тоторға мөмкин, ләкин уның хаҡы дүрт мең һумдан башлап. Тау шыуыу өсөн эшҡыуарҙар тюбинг трассалары ла тәҡдим итә. Ләкин күтәргестәр уйланылмаған. Шулай ҙа бер аҙналыҡ ял 12-15 мең һумға барып баҫа.
Салауат Рәжәпов, Бөрйән районының туризм буйынса менеджеры: «Йыл һайын турбазаларға яҡынса ял итергә ике-өс мең турист килә. Минеңсә, районда инфраструктура булдырырға кәрәк. Тау саңғыһы комплексы төҙөү тураһында хәбәрҙәр йөрөй. Әгәр ундай база булһа, туристар күпләп киләсәк. Уның перспективаһы яҡшы. Инвесторҙар ҙа бар, ләкин әлегә был һүҙҙә генә».
«Шүлгәнташ»та ҡышҡыһын халыҡтың әҙ булыуының сәбәбен урындағы халыҡ юлдарҙың насар булыуында күрә. Иҫке Собханғол ауылынан мәмерйәгә тиклем юлдың 12 саҡрымына асфальт йәйелгән. Ҡышҡыһын юлды таҙартһалар ҙа, асфальт бөтөүгә машиналар ауыр үтә. Киләсәктә бында шарттарҙы яҡшыртыу планлаштырылған. Мәмерйә эргәһендәге базала Яңы йыл алдынан урындар ҡалмаған. Тимәк, үҙебеҙҙең ял итеү үҙәктәренә ихтыяж ҙур. Был күрһәткестәрҙе тағы ла арттырыу өсөн шарттарҙы ғына яҡшыртыу кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика