Яҙыусы - табип

Яҙыусы - табип 05.08.2014

Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһында йәшәүсе милләттәшебеҙ Урал Юлдашев ауырыуҙарҙы дауалау менән ҡәләм тибрәтеүҙе бергә алып бара.

Стәрлебаш районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлай. Мәскәүҙә белемен камиллаштырып кандидатлыҡ дисертацияһы яҡлаған белгес артабан  яҙмышын Ҡаҙағстандағы акушерлыҡ, гинекология һәм перинатология үҙәге менән бәйләй, ғаилә ҡора. Яҡташыбыҙ абруйлы табип ҡына түгел, үҙенсәлекле ижады менән Ҡаҙағстанда билдәлелек яулаған яҙыусы ла. Бөгөн ул ижады менән уртаҡлашырға, туғандары менән күрешергә тыуған яғына ҡайтҡан.
Урал Юлдашев әҙәбиәт донъяһына шиғырҙар, көләмәстәр яҙып килеп инә. Тәүге хикәйәһе 2005 йылда донъя күрә. Милләттәшебеҙ «Башҡорттар. Ҡаранай Моратовтың тарихы» исемле китап авторы, «Алматы хикәйәләре», «Бала табыу йорто» исемле повестарын баҫмаға әҙерләй.
Яҡташыбыҙ хикәйәләрендә медицина, тарих, көнкүреш темаларына мөрәжәғәт итә. Тормошсан әҫәрҙәре китап уҡыусыны ҡыҙыҡлы сюжет ҡоролошо менән йәлеп итә. Ниндәй һөнәр һайлаһаң да ижад ҡомары һүрелмәй тип иҫәпләй ул. Һәр хәлдә, Урал Юлдашев үҙе ошо хәҡиҡәтте иҫбатлап йәшәй.
Зилиә Әбелғатина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку