Яҙыусы-фронтовиктарға дошман илбаҫарҙарына ҡаршы ҡорал менән генә түгел, һүҙ көсө менән дә алышырға тура килә

Яҙыусы-фронтовиктарға дошман илбаҫарҙарына ҡаршы ҡорал менән генә түгел, һүҙ көсө менән дә алышырға тура килә 11.04.2015

Бөйөк Ватан һуғышында Башҡортостандан 70-кә яҡын  әҙип ҡатнаша, уларҙың 29-ы яу яланында ятып ҡала. Әлеге ваҡытта  ут эсенән иҫән-һау әйләнеп ҡатйҡан әҙиптәрҙең етәүһе генә иҫән,  уларҙың  өсәүһе Өфөлә йәшәй. Бөгөнгө репортаждың геройы  шуларҙың береһе -  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны  Азат Мағазов.

Азат Мағазовтың  геройҙары ябай кешеләр түгел, летчиктар. Улар күк йөҙөн иңләй, дошман самолеттарына ҡаршы алыша, үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып башҡаларҙы ҡотҡара. Әммә был ҡаһармандар уйлап сығарылмаған, тормоштан алынған. Автор уларҙың барыһы менән дә таныш, сөнки үҙенең 30 йылдан ашыу ғүмере күк йөҙө менән бәйле.  Азат Мағазов был һөнәрҙе осраҡлы һайлай, һуғыш осоронда әрмегә алынған егетте авиаштурмандар училищеһына уҡырға ебәрәләр.
Хәрби һөнәрҙе һайлау Азат Мағазовтың ижадҡа булған һөйөүен һүрелтмәй. Миәкә районының Баязит ауылында тыуып үҫкән егет  мәктәп йылдарында уҡ ҡәләм тибрәтә башлаған була, тик ҡулъяҙмаларын баҫтырып сығарырға насип булмай.  Егет шиғри  шәлкемдәрен әрмегә китешләй Өфөлә юғалта. Азат Мағазовтың тәүге ижад емеше фронтҡа алынғас «Ҡыҙыл Башҡортостан»да, 1944 йылда донъя күрә.
Азат Магазов Балтика буйы илдәрен азат итеүҙә  ҡатнаша, һуңынан өс тиҫтә йылдан ашыу хәрби хеҙмәттә булып полковник дәрәжәһенә күтәрелә.  Ижадҡа хаҡлы яла сыҡҡандан һуң ғына ныҡлап тотона, авторҙың 20-нән ашыу китабы донъя күрә. Зәңгәр күкте айҡаған фронтташ дуҫтарының, хеҙмәттәштәренең яҙмыштары  әҫәрҙәре нигеҙенә ята. Азат Мағазов бөгөн дә әүҙем тормош алып бара. Ул күктәрҙе  иңләгән шоңҡар һымаҡ бейеклектәргә ынтылып йәшәй.    
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку