Яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан «Башҡортостан» нәшриәт йорто хеҙмәткәрҙәре яңы акция иғлан итте

Яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан «Башҡортостан» нәшриәт йорто хеҙмәткәрҙәре яңы акция иғлан итте 20.09.2016

Уға ярашлы, яҡын кешеләрегеҙ - ата-әсәй, олатай-өләсәйҙәрегеҙҙе, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙҙырырға мөмкин.

Денис Өмөтбаев ҡағыҙ баҫмаларҙы үҙ итеп бармаһа ла, быйылғы яҙылыу кампанияһынан ситтә ҡалмаҫҡа булған. Халыҡ-ара ололар көнөнә әсәһенә шәп бүләк әҙерләй ул. Киләһе йыл Сибайҙа йәшәүсе ҡәҙерле кешеһенә республиканың ижтимағи-сәйәси тормошон яҡтыртыусы «Башҡортостан» гәзите аҙнаһына өс тапҡыр киләсәк. Егет заман менән бергә атлаусы йәштәрҙе лә был акцияға ҡушылырға саҡыра.
«Башҡортостан» гәзите хеҙмәткәрҙәре уҡыусылар һанын арттырыу,  баҫманы халыҡсан, йөкмәткеле итеү буйынса йылдам эш алып бара. Әлегә Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Баймаҡ, Әбйәлил райондарында яҙылыусылар күрһәткестәре юғары.
Оло быуын вәкилдәрен башҡа  республика гәзит-журналдарының  квитанцияларын бүләк итеп тә ҡыуандырырға мөмкин. Акцияла барлығы 155 матбуғат баҫмаһы ҡатнаша.
Шуға яңы акцияның мөһимлеге көн кеүек асыҡ.  Башҡортостанда киләһе ярты йылға ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһына 1 сентярҙә старт бирелгәйне. Әлегә Өфө почта бүлексәләрендә халыҡ күп түгел, гәзит-журналдарға ташламалар яһалыуын көтәләр, ахыры.
Халыҡ-ара ололар көнөнә арналған акцияла гәзит-журналдарға яҙылыуға ташлама ҡаралмаған. Төп маҡсат - яҡын кешеләргә хөрмәт күрһәтеү , төбәк баҫмаларының үҫешендә ҡатнашыу.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика