Яңылыҡтар - 13.00

Яңылыҡтар - 13.00 30.01.2015

Ҡунаҡханаларҙы күҙәтеү. Өфөлә «Ҙур химия». Йәштәр форумы

Ҡунаҡханаларҙы күҙәтеү
Башҡортостандың ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ШОС һәм БРИКС самиттары ҡунаҡтары йәшәргә тейешле ҡунаҡханаларҙы күҙәтеү аҫтына аласаҡ.  Эш барышында хеҙмәткәрҙәрҙең санитар кенәгәләре, прививкалары тикшерелә. Шулай уҡ ҡунаҡхана хеҙмәтләндереүе өлкәһендә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре лә иғтибар үҙәгендә буласаҡ.

ХХ
Өфөлә «Ҙур химия»
«Ҙур химия» V халыҡ-ара форумында Рәсәй һәм сит илдәрҙең нефть һәм газ химияһы өлкәһендәге алдынғы компаниялар етәкселәре, бизнес вәкилдәре һәм власть органдары, фән эшмәкәрҙәре, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәренән  800-ҙән ашыу делегат ҡатнашыуы көтөлә. «Ҙур химия» быйыл 21-22 майҙа Өфөлә үтә.  

ХХ

Йәштәр форумы
Стәрлетамаҡ районы «Йәштәр башланғыстарын үҫтереү» тип исемләнгән форумға әҙерләнә.   10 февралдә үтәсәк  слетта эшсе йәштәр, йәмәғәт ойошмалары, уҡытыусылар, уҡыусылар, студенттар ҡатнаша. Сарала волонтерҙар эшмәкәрлеген ойоштороу, ауыл йәштәренә эш урындары булдырыу һәм күләмле саралар үткәреү кеүек мәсьәләләр ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика