Яңылыҡтар - 16.00

Яңылыҡтар - 16.00 30.01.2015

Үҙенсәлекле проект.  Хәтер кисәһе. Хоккей.

Үҙенсәлекле проект

Өфө «Олимпия тәнәфестәре» проектына ҡушылды. Акция сиктәрендә Ленин урамындағы скверҙа махсус автомат ҡуйылды. Ҡоролманың эшләү тәртибе ябай. Әгәр ҡатнашыусы йылыһы менән уртаҡлашырға теләһә, уға 30 секунд буйына махсус платформала йүгерергә кәрәк. Тупланған заряд  илдең икенсе өлөшөндәге йылытыу аппаратының экранында күренәсәк. Шулай итеп, кеше үҙе генә йылынмай, ә йылыны башҡаларға ла тапшыра ала.  

ХХ
Хәтер кисәһе  

Өфөнөң 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейында хәтер кисәһе үтте. Осрашыуҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, милли-мәҙәни ойошмалар, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ҡаһармандарының  балалары һәм туғандары, уҡыусылар ҡатнашты. Сарала ҡатнашыусылар ата-бабаларын иҫкә алды, һуғыш йылдарындағы документаль кадрҙар, фотоһүрәттәр ҡараны.


ХХ
Хоккей

Юғары хоккей лигаһында сираттағы уйындар. Бөгөн Нефтекаманың «Торос» командаһы Ҡазандың «Барс» хоккейсылары менән осраша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 28 ҡинуарҙа яҡташтарыбыҙ Волжскиҙа урындағы «Ариада»ны 5-2 иҫәбенә еңеүгә өлгәште. Әлеге ваҡытта «Торос»  командаһы 69 мәрәй туплап, турнир таблицаһында унынсы урынды биләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку