Яңылыҡтар - 15.00

Яңылыҡтар - 15.00 30.01.2015

Юғалған автомобиль. Янғындан һаҡ булығыҙ! Сағандар ҡырҡылған.

Юғалған автомобиль
Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Октябрьский ҡалаһында ҡиммәтле Range Rover Sport автомобилен туҡтатҡан. Тикшереүҙәр барышында иномарканың идентификация һандары хоҡуҡ һағында тороусыларҙа шик тыуҙырған. Шуға ла Өфөлә үткәрелгән экспертиза транспорт сараһының Мәскәү өлкәһенән ҡыуып алып кителеүен күрһәткән. Руль артында ултырған 27 йәшлек водитель аңлатыуынса, автомобилде ул хужаһынан бер ай самаһы элек ваҡытлыса  йөрөп торорға алған.  Әгәр ҙә иномарка оҡшаһа  уны ике миллион һумға һатырға вәғәҙә биргән.  
ХХХ

Янғындан һаҡ булығыҙ!
Бөгөн төндә Стәрлетамаҡта күп балалы ғаилә йәшәгән йортта янғын сыҡҡан. Был ваҡытта ир менән ҡатын һәм уларҙың өс балаһы йоҡлап ятҡан була. Утты иң беренсе күршеләре күрә һәм янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Шунда уҡ килеп еткән ҡотҡарыусылар ғаиләне эвакуацияларға өлгөрә. Ғәҙәттән тыш хәлдә йорт ныҡ ҡына зыян күрә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, ут электр сымындағы ҡыҫҡа ялғаныштан сыҡҡан.  
ХХХ

Сағандар ҡырҡылған
Өфөнөң көньяҡ битләүендә билдәһеҙ кешеләр тарафынан 60 төп саған  ҡырҡылған. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, ҡала бюджетына 220 мең һумдан ашыу зыян килгән. Конгресс-холл янындағы Үрге Ауыл урамында үҫкән сағандарҙы ҡырҡыу осрағы буйынса тикшереү үткәрелгән. Уның һөҙөмтәләре буйынса Киров районы прокуратураһы енйәт эше ҡуҙғатҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку