Яңылыҡтар - 14.00

Яңылыҡтар - 14.00 02.02.2015

100 юғары уҡыу йорто. Февраль бурандары. Уңышһыҙ сәфәр

100 юғары уҡыу йорто 
Өфөнөң ике юғары уҡыу йорто Рәсәйҙең иң яҡшы 100 вуз-ы рейтингына инде. Исемлек Европаның ғилми-сәнәғәт палатаһы тарафынан төҙөлгән. Белем сифаты, ғилми эшмәкәрлек һәм сығарылыш студенттарын эш менән тәьмин итеү талаптары буйынса баһаланған рейтингта Өфө дәүләт нефть-техник университеты 36-сы, Башҡорт дәүләт университеты 75-се баҫҡысты биләй. 
Февраль бурандары 
Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры «Февраль бурандары» исемле конкурс иғлан итте. Унда ҡатнашыу өсөн театр һәм уның тарихы тураһында викторина һорауҙарына яуап бирергә, театрға бағышлап шиғыр ижад итергә, үҙенсәлекле һүрәт төшөрөргә мөмкин. Эштәрҙе һәм яуаптарҙы «Бәйләнештә» сайтына йәки театрҙың электрон адресына ебәрергә кәрәк. 
Уңышһыҙ сәфәр 
Нефтекаманың «Торос» клубы яңы баш тренер етәкселегендә икенсе уйын рәттән уңышһыҙлыҡҡа тарыны. Константин Полозов тәрбиәләнеүселәре был юлы Әлмәттә урындағы «Нефтсе» командаһынан буллитта отолдо. Шулай итеп нефтекамалар күрше республикалағы сәфәрҙән биш мәрәй менән ҡайтты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку