Яңы йылдың тәүге көндәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зәбих Нәүширбановҡа 90 йәш тула

Яңы йылдың тәүге көндәрендә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зәбих Нәүширбановҡа 90 йәш тула 27.12.2014

Уға Рәсәй президентының юбилей менән тәбрикләүе лә тапшырыласаҡ.

Беҙҙең геройыбыҙ  оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан теремек, тырыш, тормоштоң ҡәҙерен белгән ветерандарҙың береһе.  Йәшлек сағы ҡәһәрле һуғыш йылына тура килеп,  ун туғыҙ йәшендә генә ут эсенә инеп, тормоштоң әсе-сөсөһөн татый ул. Шул йылдарҙы оло ветеран ҡурҡыныс төш итеп  кенә хәтерләй.
Һуғыштан ҡайтҡас Зәбих Исламғол улы Салауат районы ҡыҙы Мәрфүғә менән донъя ҡороп ебәрә.  Өс балаға ғүмер бүләк итәләр , ҡыҙғанысҡа Зәбих олатайҙың тормош иптәше лә, 2 улы ла гүр эйәһе. Һуғыш ветераны килене Рәмзиәнең ғаиләһендә йәшәй. Өйҙә генә тик ултырып сыҙамай, сәйәхәт итергә ярата, хатта бер көн эсендә баш ҡаланы ла әйләнеп ҡайта, тип  мәрәкәләй килене.
Туғыҙынсы тиҫтәһен теүәлләп килеүенә ҡарамаҫтан, аяҡтарында ныҡлы баҫып йөрөй ветеран. Ҡыш көндәре ҡар көрәй, килененә ярҙам итә. Беҙгә тыныс илдә йәшәү бәхетен бүләк иткән ветеранға  киләсәктә лә бәхетле ҡартлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер  генә  юлдаш булһын.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика