Яңы йылды Өфө сағыу биҙәктәрҙә ҡаршы ала

Яңы йылды Өфө сағыу биҙәктәрҙә ҡаршы ала 04.12.2015

Урамдарға 46 мең ярым яҡтыртҡыс урынлаштырыла. Баш ҡала урам-юлдары яҡтылығын тәьмин итеү өсөн яуаплы предприятие, лампаларҙы, шулай уҡ 40 километрҙан ашыу оҙонлоҡтағы иллюминацияны тикшереп сыҡҡан.

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Яңы йылға төп шыршылар ике урында - Ленин исемендәге майҙан менән Салауат Юлаев һәйкәле янында урынлаштырылған. Әле уларҙы биҙәү эштәре бара. Был ике шыршынан тыш, һәр райондағы ҙур майҙан-парктарҙа йәшел ҡупшыҡайҙар ултыртыу ҡарала. Шулай уҡ ошо арала боҙ ҡаласыҡтар төҙөү ҙә башлана. Быйыл көнсығыш календары буйынса маймыл йылын ҡаршылайбыҙ. Боҙ һындар араһында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан тыш уларға ла өҫтөнлөк биреләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку