«Яңы йылды ғаиләлә»

«Яңы йылды ғаиләлә» 12.12.2014

Рәсәйҙең милләт-ара бәйләнештәр буйынса президент советы күләмле акция әҙерләй. Был турала 13-14 декабрҙә Симфероплдә үтәсәк балаларҙы патриотик рухта тәрбиәләү темаһына советтың комиссия ултырышында  иғлан ителәсәк. Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы,  балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе ғаиләләр Яңы йыл байрамын ҡаршыларға өйҙәренә алып ҡайта ала. Президент советы ағзалары фекеренсә, был тәжрибә ғаиләләрҙең балаларҙы тәрбиәгә алыуға этәргес булып торасаҡ. Әлшәй районында йәшәүсе ғаилә бер баланы бәхетле итте, 10 йәшлек Денис быйыл Яңы йылды ғаилә усағында ҡаршы аласаҡ.

Шыршы биҙәү һәр баланың көтөп алған һәм яратҡан шөғөлө. Денис Яңы йыл байрамын быйыл яңы ғаиләлә ҡаршылай. Үҙ балалары үҫеп таралғас, Ғәлиәхмәтовтар тәрбиәгә бала алырға ҡарар иткән. Ғүмер буйы тәрбиәсе булып эшләгән Гөлнара Әлмөхәмәт ҡыҙы үҫмерҙе үҙ балаһылай ҡабул иткән.
Ҡалала үҫкән малай майҙан бирле ауылда йәшәй, яңы мөхиткә,  башҡортса һөйләшергә өйрәнә.  Буш ваҡытта Денис  шахмат уйнарға, һүрәт төшөрөргә ярата. Үҙ ата-әсәһе тере булып та етем үҫкән бала Ғәлиәхмәтовтарға атай-әсәй тип өндәшә. Ошо осорҙа яҡындарының береһе лә малайҙың хәлен белергә килмәгән. Үҙ сиратында атай кеше үҫмерҙе эшкә, бөхтәлеккә өйрәтә.
Республикала балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙең 89 проценты ғаиләләргә урынлаштырыла. Балаларҙың яңы ғаиләлә йәшәү шарттары, мөнәсәбәттәре менән яҡындан танышыу өсөн приют хеҙмәткәрҙәре һәм психологтар йылына бер нисә тапҡыр ғаиләләр менән осраша.
Ял һайын ҙур ғаилә бергә йыйыла. Денис туғандары менән аралаша, яҡындары тураһында хәстәрлек күрергә өйрәнә.  
Денис Боровков: «Люблю Новый год, играю, готовлю сюрпризы маме, папе, сестре, брату».
Балаларҙың иң яратҡан, серле һәм мөғжизәле Яңы йыл байрамын Денис быйыл яңы ғаиләлә ҡаршы аласаҡ. Яҡындары уға ҡыш бабайҙан шыршы аҫтына бүләк тә әҙерләгән. Ә шулай ҙа үҫмерҙең иң ҙур теләге -Яңы йылды үҙ әсәһе менән ҡаршы алыу.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика