Яңы йылдан мигранттар өсөн Рәсәйгә инеү ҡатмарлашты

Яңы йылдан мигранттар өсөн Рәсәйгә инеү ҡатмарлашты 30.01.2015

Илдә квоталар юҡҡа сығарылып уның урынына эшкә урынлашыу өсөн бирелә торған патент индерелде. Был документты алыу өсөн сит ил ҡунаҡтарына рус теленән имтихан тотоу, тарихты һәм ҡануниәт нигеҙҙәрен белеү шарт. Уның хаҡын да төбәктәр үҙҙәре билдәләй.

Бынан тыш, мигранттар сит ил паспорты ла алырға тейеш. Был яңылыҡ таможня союзына ингән илдәргә генә ҡағылмай. Шулай уҡ Рәсәйҙә ваҡытлыса яҡлау урыны һораған Украина граждандарына ла паспорт алып тороу кәрәкмәй. Был яңылыҡтар әлбиттә, гастарбайтерҙарҙың законһыҙ инеүен сикләйәсәк. Рәсәйгә килгән сит ил вәкилдәре медицина тикшереүе үтә, уларҙың ҡул һәм бармаҡ эҙҙәре алына. Мигранттың һаулығы ҡаҡшаған осраҡта патент бирелмәй. Әйткәндәй, имтихан, медицина тикшереүе үтеү һәм  патент алыу, былар барыһы ла түләүле нигеҙҙә ойошторолған.
Бөгөн патенттар Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә таратыла. Рөхсәт ҡағыҙы башлыса бер йылға, ә имтихандарын уңышлы тапшырыусыларға  ике йылдан оҙағыраҡҡа бирелә. Әгәр патенттың ваҡыты үткән хәлдә һәм мигрант был хаҡта хәбәр итмәһә, сит ил гражданына Рәсәйгә инеү ун йылға тиклем тыйыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку