Яңы йылда - яңы эш урындары

Яңы йылда - яңы эш урындары 23.01.2016

Баймаҡ менән Әбйәлил районы хакимиәттәренең уртаҡ көсө менән Баймаҡ районы  Ҡолсора ауылында тегеү цехы асылды. Һуңғы йылдарҙа эшһеҙлектән интеккән биш-алты ауыл халҡы был башланғысты дәррәү күтәреп алды һәм ниһәйәт  ул тантаналы файҙаланыуға тапшырылды.

Үҙ ваҡытында Октябрҙең илле йыллығы исемендәге миллионер хужалыҡ тарҡалғас, ауыл халҡы юғалып ҡалғандай була. Эш урындары булмағанлыҡтан, күптәре ситкә китергә мәжбүр. Бөгөн иһә урында кейем тегеү цехы асылыу барыһы өсөн дә оло байрамға әүерелде. Әбйәлил районынан шәхси эшҡыуар буш ултырған бинаны төҙөкләндереп, ауыл халҡы өсөн эш урындарын ойошторҙо.
Таңһылыу Таңғатарова - һөнәре буйынса тегенсе. Эш булмау сәбәпле, Себер тарафтарында ла эшләп ҡайта, бер нисә һөнәр алыштыра. Ауылда хеҙмәт урыны булдырылғас, ҡуш ҡуллап эшкә керешә. Тегеү цехының ике аҙна ғына эшләүенә ҡарамаҫтан, тегенселәр оҫтарып та өлгөргән. Бөгөн бында махсус эш кейемдәре етештерәлә,  тиҙҙән улар Магнитогорск ҡалаһына һатыуға оҙатыласаҡ.
Әле тегеү цехы илле кешене хеҙмәтле итә, киләсәктә эш урындарын һикһәнгә тиклем арттырыу мөмкинлеге бар. Бөгөн бында ике сменала эшләйҙәр. Йәштәр менән берлектә, эшкә хаҡлы ялдағылар ҙа ҡушылған. Сөнки йылдар дауамында эшһеҙлектән йонсоған ауыл халҡына һәр эш урыны ҡиммәтле.
Әлеге ваҡытта  ошондай уҡ тегеү цехы Әбйәлил районында эшләй, киләсәктә тағы ла Баймаҡ ҡалаһында һәм ЙЫлайыр районында асылыу күҙаллана. Тегеү цехы эш кейемдәренән тыш, балалар өсөн кейемдәр етештереүҙе лә күҙ уңында тота. Башланғыс бар, уны ҡеүәтле итеп үҫтереү өсөн эшселәрҙең намыҫлы хеҙмәте генә талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку