Яңы йыл төнөндә күберәк ҡыҙҙар тыуған 03.01.2016

Өфөнөң 4-се бала табыу йортонда донъяға килгән 13 баланың икеһе генә малай. Табиптар быға тиклем киреһенсә, ир балалар өҫтөнлөк итә торғайны тип билдәләй.

Асҡар исеме яугир мәғәнәһенә эйә. Яугирлыҡ сабыйҙың холҡонда ла сағылған кеүек. Малай 5 ғинуар  тыуырға тейеш булһа ла, бер аҙ ашыҡҡан. Донъяға Яңы йыл төнөндә ауаз һалған. Икенсегә әсә булған Элина улының үҙһҙүҙлерәк булыуын билдәләй.
Яңы йыл төнөн бала табыу йортонда ҡаршылаған әсәләр байрамды өйҙәрендә ҡаршы ала алмаһалар ҙа бәхетле. Һау-сәләмәт бәпестәр гүзәл заттар өсөн иң ҙур бүләк. Иң мөһиме, табиптар байрам булыуына ҡарамаҫтан һөнәрҙәренә һәр ваҡыт тоғро.
Табиптар үҙҙәре лә беҙҙең өсөн байрам да һәм ял көндәре лә юҡ тип белдерә. Киреһенсә, улар байрам көндәрендә бала табыусы әсәләргә тағы ла иғтибарлыраҡ булырға тырыша.
Ирина Голубятникова, Өфөнөң 4-се бала табыу йортоноң бүлек мөдире: «Яңы йыл төнө беҙҙең өсөн ғәҙәти үтте. Әсәләр бала тапты, беҙ уларҙы ҡабул иттек. Иң мөһиме бәпестәр һау-сәләмәт, ата-әсәләр бәхетле».
Былтыр малайҙар күберәк тыуған. Ә яңы йылдың беренсе көнөндә 4-се бала табыу йортонда бер малайға биш ҡыҙ тура килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика