Яңы йыл шыршыһы төбөнә ниндәй бүләк һалырға, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан нимә һорарға?

Яңы йыл шыршыһы төбөнә ниндәй бүләк һалырға, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан нимә һорарға? 16.12.2014

Һәр кем Яңы йылдан сабый бала кеүек мөғжизә, тылсым көтә. Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәгән бәләкәстәрҙең  теләктәре тормошҡа аша башланы ла инде.

Бына инде унынсы йыл рәттән Мәскәүҙә башҡорт телендә шаулап-гөрләп балалар өсөн Яңы йыл кисәләре үтә. Байрамды Башҡортостан вәкиллегендә уҙғарыу матур йолаға әүерелде. Быйыл йәшел ҡупшыҡай тирәләй утыҙ туғыҙ бала йыйылды
Яңы йыл балалар өсөн генә түгел, ғөмүмән, Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ өсөн дә көтөп алынған  байрам. Ул иң элек  дуҫ-иштәр, яҡташтар менән күрешеү мөмкинлеге. Тап ошондай осрашыуҙарҙа йәштәр танышып, ғаилә ҡора, туғандарса аралаша. Башҡорт телен, йолаларын һаҡлап алып ҡалырға теләүселәр өсөн был айырыуса мөһим.
Ҙур ҡалала тыуған телде һаҡлап ҡалыу еңелдән түгел, әммә тырышабыҙ, тип билдәләй ата-әсәләр. Өфөнән махсус саҡырылған Ҡыш бабай ҙа балалар аңлаһын өсөн кисәне башҡорт һәм рус телдәрендә алып барҙы. Ике телде лә өйрәнергә, аралашырға тырышҡан малайҙар-ҡыҙҙар рәхәтләнеп күңел асты, шиғырҙар һөйләне, тәмлекәстәр менән һыйланды. Бәләкәстәр өсөн байрам, тимәк, әле үк башланды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку