Яңы йыл һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан ветераны» баҫмаһына интервью бирҙе

Яңы йыл һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан ветераны» баҫмаһына интервью бирҙе 29.12.2014

Республика Президенты билдәләүенсә, төбәктә әле 81 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәй. Уларҙың береһе лә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ һәм бындай хөрмәт  сираттағы юбилей датаһы ваҡытында ғына булырға тейеш түгел. Беҙҙең бурыс -  алда торған байрамды ата-олатайҙарыбыҙҙың батырлығына лайыҡлы булһын өсөн барыһын да эшләү, тине Президент.  

Ветерандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға федераль бюджеттан ҙур сығымдар бүленә. 2012 йылдан финаслау күләме 4 миллиард ярым һумдан ашып киткән. Быйыл ғына беҙҙең республика 750 миллион һум самаһы аҡса алған. Һөҙөмтәлә 639 ветерандың торлаҡ мәсьәләһе ыңғай хәл ителгән. Әммә сиратта тағы ла 1 мең 800-гә яҡын кеше тора. Киләһе йылға ҡаралған финанстар менән уларҙың барыһын да торлаҡ сертификаттары менән тәьмин итеп булмаясаҡ. Шуға ла сиратты тулыһынса бөтөрөү өсөн Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт әҙерләнек, тип белдергән республика Президенты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика