Яңы йыл байрамының төп биҙәге- йәшел шыршыларҙы һатыу баҙарҙары эш башланы

Яңы йыл байрамының төп биҙәге- йәшел шыршыларҙы һатыу баҙарҙары эш башланы 17.12.2014

Баймаҡ урмансылығы быйыл да халыҡты шыршылар менән тәьмин итәсәк. Уларҙы ҡаланың үҙәк майҙанында һәм башҡа сауҙа нөктәләре янында һатып алырға мөмкин буласаҡ.

«Баймаҡ урманы» автоном учреждениеһы яңы йылдың төп биҙәге- йәшел шыршыларҙы һатыу баҙарҙарына сығара башланы. Быйыл улар 15 мең шыршы етештермәксе. Йәшел ҡупшыҡайҙар Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары, ауыл биләмәләре баҙарҙарына сығарыла.
Йәшел ҡупшыҡайҙарҙы урмансылар Баймаҡтан алыҫ түгел питомниктарҙа киҫә. Яһалма урман 1970- се йылда ултыртылған. Яҡынса ҡырҡ гектар майҙанды биләй. Бер гектар майҙанда 400-500 төп ағас үҫкән урман яҡшыһы тип иҫәпләнә. Бында иһә, ағастар һаны күпкә артыҡ, шуға күрә йыл һайын- башлыса яңы йыл байрамдары алдынан ултыртылған шыршылар һирәкләп ҡырҡыла.
Баймаҡ урманлығынан шыршыларҙы күрше өлкә һәм ҡалаларҙан да килеп алалар. Мәктәп, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорто һәм башҡа ойошма-учреждениеларҙан заказдарҙы үтәйҙәр. хәйриәлек сиктәрендә йәмәғәт ойошмаларына тараталар. Баҙарҙа Баймаҡ урманы предприятиеһынан тышшыршыларҙы башҡаларҙан да һатып алырға мөмкин.Хаҡтары 150 һумдан 250 һумғаса барып баҫа.
Ағастарҙы киҫеү менән бер рәттән урмандарҙың киләсәген дә бөгөндән хәстәрләй урмансылар. Әле шыршы тубырсыҡтарын орлоҡҡа йыйыу мәленең ҡыҙған осоро. Әйткәндәй, тубырсыҡтарҙы урманлыҡҡа һәр кем йыйып алып килеп тапшыра ала
Ағасты рөхсәтһеҙ ҡырҡыу иһә, закон тарафынан ҡәтғи тыйыла. Урман ҡоротоусылар күләмле штраф түләргә мәжбүр буласаҡ. Декабрҙа урман һаҡсылары көн дә дежурство, рейдтарға сығыуҙы ойоштора.
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку