Яңы йыл байрамдарынан һуң тәүге эш көнөн өфөләр 9 баллы тығындарҙа ҡаршыланы

Яңы йыл байрамдарынан һуң тәүге эш көнөн өфөләр 9 баллы тығындарҙа ҡаршыланы 09.01.2017

Бөгөн иртән баш ҡаланың  барлыҡ төп юлдарында ла тиерлек транспорт хәрәкәте ауырлашты. Ҡала хеҙмәттәре төп магистралдәрҙе таҙартыуға ҡарамаҫтан,  юл ситтәрендәге көрт арҡаһында  күпселек урамдарҙа транспорт хәрәкәте бер йәки  ике һыҙат менән генә сикләнде.

Хәбәр ителеүенсә, айырыуса ҙур тығындар барлыҡҡа килгән урамдарҙа транспорт хәрәкәте тиҙлеге сәғәтенә 3-5 километр ғына тәшкил иткән. Бындай шарттарҙа шәхси автоомобилдәр һәм йәмәғәт транспорты менән ҡулланыусыларҙың да күбеһе эшкә һуңланы.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика