Яңы йыл байрамдары осоронда наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы тарафынан 64 енәйәт эше асылған 13.01.2015

Наркополицейскийҙар  6 килограмдан ашыу наркотикты юҡ иткән. Ағыулы матдәләрҙең 3 килограмын марихуана, 500 грамын гашиш майы, 300 грамдан ашыуын синтетик, шулай уҡ дезоморфин һәм башҡа психоактив матдәләр тәшкил итә.

Байрам көндәрендә ышаныс телефонына республика граждандарынан наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә һәм уларҙы ҡулланыуға ҡағылышлы 31 шылтырау ҡабул ителгән. Өфөлә йәшәүсе 32 йәшлек ирҙе тентеү барышында дөйөм ауырлығы бер килограмлыҡ 11 төргәк гашиш табылған. Салауат ҡалаһында оператив-эҙләү саралары барышында 20 йәшлек егеттән килонан ашыу марихуана тартып алынған. Ҡырмыҫҡалы районының Бекет ауылында Үзбәкстандан килгән 58 йәшлек ирҙә лә ошо уҡ миҡдарҙа  марихуана һаҡланыуы асыҡланған. Осраҡтар буйынса тикшереү бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика