Яңы йыл бүләге

Яңы йыл бүләге 31.12.2015

Дәүләкән ҡалаһында бөгөн һырғалаҡ асылды. Бығаса төбәктә булған катоктарҙан айырмалы, бөгөнгөһө ҡала хакимиәте майҙанында эшләнгән. Халыҡ һырғалаҡҡа бушлай йөрөй ала.

Йәй ағас һырлау, ҡыш боҙҙан төрлө һындар эшләү менән Мөнир Сәғитов күптән шөғөлләнә. Замандашыбыҙ  бер-нисә йыл рәттән инде Дәүләкән ҡалаһы үҙәгендә йыл символын, әкиәт геройҙарын һынландыра.
Әкиәт персонаждарын һынландырыу рәссамдар өсөн бик үк отошло булмаһа ла, шулай ҙа улар тейешенсә биҙәп халыҡҡа еткерергә тырышҡан. Серле ҡаласыҡтан, һырғалаҡтан балаларҙан бигерәк ололар ҡәнәғәт ҡалды. Быны майҙанға халыҡтың күпләп ағылыуынан да белергә мөмкин. Яңы йылдың матур бүләге тип ҡабул итте дәүләкәндәр.
Майҙан балаларҙың шат тауышына күмелгән. Ҡышҡы каникул етеүен ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған уҡыусылар көнөн саф һауала уҙғара. Был  көнө буйы компьютер артында ултырыуҙан мең артыҡ. Бушлай һырғалаҡ ялды файҙалы үткәреүгә булышлыҡ итә.
Уҡыусыларҙың каникул мәлендә урындағы етәкселек төрлө күңел асыу сараларын да ойошторорға иҫәп тота. Сәләмәт тормошҡа әйҙәгән, һаулыҡты сыныҡтырған спорт ярыштары, байрамдар Дәүләкәндә ҡыш буйы дауам итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку