Яңы йыл алдынан миҙаллы әсәләр һаны 7 меңгә етте

Яңы йыл алдынан миҙаллы әсәләр һаны 7 меңгә етте 25.12.2015

Бөгөн күп бала тәрбиәләүсе 5 тиҫтәнән ашыу гүзәл затҡа «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Дәүләт наградаһы 1998  йылдан алып тапшырылып килә.  

Бүләкләнеүселәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тәбрикләне. Балаларығыҙҙы лайыҡлы шәхестәр итеп тәрбиәләүегеҙҙе теләйем, республика һеҙгә һәр  ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙер, тине Салауат Тәлғәт улы. Социаль түләүҙәр  ҡаралған, балалар баҡсаһына сират менән бәйле проблема хәл ителгән.  Гүзәл заттар Башҡортостандың төрлө райондарынан йыйылған, улар араһында  30 йәшкә яңы аяҡ баҫҡандары ла, өләсәй булырға  өлгөргәндәре лә бар. Йылдан-йыл бүләкләнеүселәр араһында эшләп йөрөүсе гүзәл заттар һаны ла арта. Ҡатын-ҡыҙҙар  ишле бала тәрбиәләргә лә, һөнәр алып эшләргә лә өлгөрә. Күп бала табыуҙан ҡурҡырға ярамай, сабый тыуыуы иң ҙур бәхет ти, улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика