Яңы йыл алдынан Башҡортостанда өс йөҙгә яҡын йорт утһыҙ ҡалыуы ихтимал 06.12.2016

Иглин районындағы «Шишмә» баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр төбәктең энергия һатыу компанияһына квитанция буйынса миллион һумлыҡ түләүҙәрҙе тотҡарлаған. Предприятие үҙ сиратында йыл буйы йыйылып килгән бурыс өсөн урында ваҡытлыса электр энергияһы менән тәьмин итеүҙе туҡтата башлаған.

Виктория Кляус һыуҙы һаҡсыл ғына ҡуллана, әммә уны биҙрәләп запасҡа йыйып ултыртыуҙың мәғәнәһен күрмәй. Электр энергияһын һүндерһәләр, йорт эсендә һыу ғына түгел, йылылыҡ та, газ да булмаясаҡ!  Ут өсөн ай һайын алты-ете мең һумлыҡ түләүҙәр нисек кенә ваҡытында башҡарылмаһын, ғаилә ҡышҡы һыуыҡтарҙа туғандарына  күсенеүе ихтимал. Баҡсасылар ширҡәтендә йәшәүселәр дөйөм милек өсөн берҙәй яуаплы, тимәк, бурыстар ҙа уртаҡ!
«Шишмә» баҡсасылар ширҡәтендә электр энергияһы менән ҡулланыу өсөн түләүҙәрҙе намыҫлы башҡарыусылар ҙа күп, әммә улар ҙа Башҡортостан энергия һатыу компанияһының ҡара исемлегендә. Әгәр бында йәшәүселәр - дөйөм милек хужалары декабрь аҙағына тиклем 800 мең һумдан ашыу аҡса тапмай икән, тағы ла утһыҙ ҡаласаҡ. Был бурыс буш урында барлыҡҡа килмәгән. Берәүҙәр айлыҡ түләүҙәрҙән ҡасып иҫәпләшмәһә, икенселәр электр энергияһын урлашыу менән шөғөлләнә.
Ширҡәттә электр энергияһын ҡулланыуҙы контролдә тотоу буйынса махсус комиссия булдырылған. Улар хәҙер көн һайын йорт хужаларын йөрөп сыға башлаған, бурыс хаҡында иҫкәртәләр.
Августа төбәктең энергия һатыу компанияһы баҡсасылылар ширҡәтендә йәшәүселәргә миллион һумға яҡын бурысты бүлеп түләү мөмкинлеге бирә. Был түләүҙәр ун биш этапта башҡарылырға тейеш була, әммә талап ҡына үтәлмәй. Һөҙөмтәлә бурыс күләме генә арта.
Александр Фомиченко, Башҡортостандың энергия һатыу компанияһының үҙәк район-ара бүлексәһе директоры: «Беҙҙеңсә, ширҡәттә аҡса йыйыу тейешле кимәлдә ойошторолмаған. Ут өсөн айлыҡ түләүҙәргә ҡушып, һәр йорт хужаһынан өсәр мең һум өҫтәп йыйырға мөмкин бит. Өс йөҙ кешенән тупланған аҡса проблеманы юҡҡа сығарыр ине. Әммә әлегә тиклем был түләүҙәр башҡарылманы.  Декабрҙә был мәсьәлә хәл ителмәһә, урында тағы ла электр энергияһы менән тәьмин итеү ваҡытлыса туҡтатыласаҡ».
Яңы йылды бурысһыҙ ҡаршылауың яҡшы ла бит, әммә баҡсасылар ширҡәтендә пенсия йәшендәгеләр, инвалидтар, күп балалы ғаиләләр ҙә йәшәй. Улар өсөн һәр бер һум да ҡәҙерле! Киләсәктә бында йәшәүселәр намыҫһыҙҙар өсөн яуаплылыҡты алмаҫ  өсөн, шәхси иҫәптәр булдырыу яҡлы

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика