Яңы йылға күптәр сит илдәргә ял итергә бара

Яңы йылға күптәр сит илдәргә ял итергә бара 30.12.2014

Ләкин быйыл долларҙың хаҡы артыу менән тур агентлыҡтарының күбеһе бөлгөнлөккә төштө.  Өфөлә йәшәүсе тиҫтәгә яҡын ғаилә туристик компаниянан алданған.

Федотовтар туристик компания етәксеһенә көнөнә бер нисә тапҡыр шылтырата. Ләкин бер аҙнаға яҡын бер кем дә яуап бирмәй. Ғаилә августта 108 мең 500  һумға Таиландҡа юллама һатып ала. Сит илгә килешеү буйынса улар 31-се декабрҙә барырға тейеш була. Ләкин тур  сентябрҙә үк туҡтатыла. Федотовтар был яңылыҡты ни бары декабрь аҙағында белә.
Кирилл Федотов, зыян күреүсе: «Тур операторы аҡса алмаған. Беҙ  юллама һатып алған  агентлыҡ ҡунаҡханала урын бронләү өсөн  ғариза ебәргән булған. Ә аҡсаһын түләмәгән. Беҙгә барыһы ла яҡшы,  тур өсөн аҡса түләнгән, тип алдаттылар. Беҙҙең дуҫтарҙан тыш, тағы ла 30 кеше зыян күргән тигән мәғлүмәт бар».
Аня Федотова, зыян күреүсе: «Беҙҙең аҡса ҡайҙа? Уларҙы нисек ҡайтарырға? Беҙ юллама һатып алған агентлыҡ тур операторы аҡсаны кире ҡайтармай тип яуап бирә».
Федотовтар полиция хеҙмәтенә лә мөрәжәғәт иткән. Ләкин әлегә бер ниндәй ҙә яуап юҡ, ти ғаилә башлығы. Уларҙан тыш тағы ла 5 ғаилә юллама алған. Дөйөм алғанда улар тур агентлығына ярты миллион һумға яҡын аҡса биргән.
Валерий Шәрипов, адвокат: «Ҡыҙғанысҡа йыш ҡына күптәр үҙҙәренең тиҙ ышаныусанлығынан үҙҙәре зыян күрә. Бындай ҡапҡанға эләккәндә иң тәүҙә хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеү зарур. Был осраҡта енәйәт эше ҡуҙғатыла. Килешеү буйынса зыян күреүселәргә тейешле сумманы тәүге мөмкинлектә үк ҡайтарырға тейештәр».
Ҡыҙғанысҡа тур операторҙарынан алданыусылар көндән-көн арта ғына. Күп агентлыҡтар ҡунаҡханаларҙа урын бронләгәс, доллар курсы артҡансы уның өсөн түләп өлгөрмәй. Әлбиттә, Яңы йыл алдынан бындай күңелһеҙ хәбәр ишетеүе байрам кәйефен боҙһа ла, алданыусыларының ҡайһы берҙәре икенсе агентлыҡтарҙа юллама алып өлгөргән. Ә мәсьәләне байрамдар уҙғас сисергә ниәтләй улар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку