Яңы йылға бер аҙнаға яҡын ваҡыт ҡалды 23.12.2015

Республика район-ҡалалары уға әүҙем әҙерләнә. Халыҡҡа байрам кәйефе өҫтәү өсөн боҙ ҡаласыҡтар төҙөлә, шыршылар ҡуйыла. Бөрйән районында махсус рәүештә конкурс та иғлан ителгән.

Һәр эшҡыуар үҙенең майҙанын матур итеп биҙәргә тейеш. Конкурс һөҙөмтәләре Яңы йыл алдынан барланасаҡ. Унда шыршыны биҙәү, ҡаласыҡ төҙөү өсөн иң юғары балдар ҡуйыла. Әле районда эш ҡыҙыу бара. Иҫке Собханғол ауылында мәҫәлән, аҙым һайын төрлө төҫтәге гирляндалар менән биҙәлгән шыршыларҙы осратырға мөмкин. Ә райондың физкультура һауыҡтырыу комплексы эргәһендә балалар өсөн тау ҡуйылған, һырғалаҡ эшләй.
Район үҙәгендә Яңы йылдың төп ҡунаҡтары -Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу,  маймыл һыны ҡуйылған. Әле оҫталарға уларҙы буярға ғына ҡалған. Кисен бында балалар  ата-әсәләре менән килеп тау шыуһа,  үҫмерҙәр хоккей уйнай. Әйткәндәй, конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләктәр әҙерләнгән, ә еңеүселәр Маҡтау ҡағыҙҙары, ҡиммәтле приздар менән бүләкләнәсәк. Бынан тыш, Яңы йыл алдынан  байрам алды йәрминкәләре лә ойошторола. Ул быйыл икенсе тапҡыр уҙғарыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика