Яңы йылға бүләккә автомобиль

Яңы йылға бүләккә автомобиль 05.12.2016

Бөгөн эш урынында йәрәхәт алған тиҫтәнән ашыу кеше  тимер ат асҡысы  алды. Махсус транспорт сараһын Рәсәй социаль страховкалау фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тапшырҙы.

Венера Абдуллина  яңы автомобилдең мөмкинлектәренә ҡыуанып бөтә алмай. Барыһы ла автоматлаштырылған транспорт ике аяғын да өҙҙөргән һәм протезда йөрөгән ханым өсөн бик уңайлы.  19 йәшендә эш урынында ҡазаға осраған Венера Абдуллина тимер аттың ҡәҙерен яҡшы белә,  ғәрип кеше транспортһыҙ  өйҙә бикләнеп ултырырға мәжбүр. Ә автомобиль тулы тормош бүләк итә.
Бөгөн барлығы 12  кеше яңы автомобилгә эйә булды. Улар араһында транспорт сараһын өсөнсөгә, йәки дүртенсегә алыусылар ҙа бар.  Тимер ат ете йыл һайын яңыртылып торорға тейеш. Төбәк бүлексәһе ағымдағы ремонт, яғыулыҡ-майлау материалдары  өсөн сығымдарҙы ла үҙ өҫтөнә ала.
Эш урынында йәрәхәт алыусыларға махсус транспорт сараһы   15 йыл элек тапшырыла башлай. Ошо ваҡыт эсендә барлығы меңгә яҡын кеше автомобиль асҡысы ала. Тәүге осорҙа Ока машиналары бирелһә, хәҙер ошондай лада гранталар, улар һәр конкрет кеше өсөн уның мөмкинлектәренә ҡулайлаштырылып, заказ буйынса йыйыла.
Был автомобилдәр протез, инвалид коляскалары кеүек үк реабилитациялау сараһы булып тора. Һәм  тимер ат тик  эш урынында бәләгә тарыусыларға ғына бирелә. Бының өсөн махсус комиссия тикшереүе үтеп, тейешле документтар тупларға кәрәк.  Фонд вәкилдәре әйтеүенсә,   автомобилде тәүгә алыусылар һирәгәйә, сөнки  хәҙер эш урынында хәүефһеҙлек мәсьәләһенә  етди иғтибар бирелә.
Мәҫәлән, Илештән Рәфис Сәмиғуллин автомобиль асҡысын дүртенсегә ала, ҡыуанысымдың сиге юҡ, хоҙай ғүмер генә бирһен, ти ул.
Быйыл Башҡортостан төбәк бүлексәһе страховка тәьминәтенә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлткән,  уның  200 миллионға яҡыны реабилитация саралары өсөн.   Киләһе йылда инде эш урынында ҡазаланыусыларға тәғәйенләнгән  сығымдар күләмен тағы арттырыу ҡарала.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика