Яңы өйҙә йәшәүе рәхәтме?

Яңы өйҙә йәшәүе рәхәтме? 11.12.2014

Юҡ, тип яуап бирә Өфө эргәһендәге Шамонино ауылында йәшәүселәр. Оҙайлы ваҡытҡа ут һүнеп тороуы улар өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Әммә кешеләр бындай өҙөклөктәр менән ризалашырға уйламай, үҙ хоҡуҡтарын яулай.

Электр тогы ҙур өҙөклөктәр менән килә. Шамонино халҡы төрлө инстанциялар буйлап йөрөүҙән туҡтамай.
Шамонино халҡы өсөн төп уңайлыҡтарҙың береһе ул электр энергияһы. Күптәрҙең өйөндәге газ колонкалары ла электр ярҙамында эшләй.Хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлау өсөн ярай әле әүҙем кешеләр бар, тиҙәр бында.
Өйҙөң һыуыҡлығы балалы әсәләрҙе даухана юлын йыш тапарға мәжбүр итә.Шамонинола көнкүреш уңайлыҡтарына айырыуса мохтаж сәнғәт кешеләре лә йәшәй.
Рөстәм  Рамазанов, Шамонин ауылында йәшәүсе:  «Трансформатор һуңғы көскә тиерлек эшләй. Артабан тағыла насарыраҡ буласаҡ, тинеләр. Шамонино ҙурая, ә көн дә тиерлек сығып тороусы проблемалар хәл ителмәй».
Электрға хужа булыусылар күп, ярҙам юҡ. Шамонино кешеләре тәүҙә мәсьәләне тиҙ хәл итеүгә өмөт бағлап «Электросеть» тигән предприятиеға барып ҡараған. Улар Рус Юрмашы ауыл хакимиәтенә ебәргән. Ундағылар, күҙ ҙә йоммайынса, Шамонино беҙгә ҡарамай тигәндәр. «Электросеть»ҡа ҡабат барыуҙан башҡа сара ҡалмаған. Был юлы яуап үтә лә ябай булған - «ҡаҙнанан аҡса бирһәләр ярҙам итербеҙ, бәлки». Бәлки.Өмөт сатҡылары хәҙер ябай ғына яңғырашлы ошо һүҙгә бәйле.
Фәнүз Шәмсетдинов

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку