Яңы һулыш кисергән парк 01.09.2014

Быйыл яҙ республика етәксеһе Өфө ҡалаһындағы Урмансылар паркының насар  торошта булыуына ҙур ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Сөнки ҡороған ағастар, сүп-сар өйөмдәре һәм емерелгән һуҡмаҡтар баш ҡаланың йөҙөн бер ҙә генә биҙәмәй. Етешһеҙлектәрҙе күң уңында тотоп Рөстәм Хәмитов  йәйге осорҙа парк билмәһен тәртипкә килтереү бурысы ҡуйғайны. Әйткән һүҙ - атҡан уҡ тигәндәй, бөгөн ял итеү урыны икенсе йәшлеген кисерҙе.

Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Мәрйәм Ильясоваға табиптар күберәк хәрәкәт итергә, саф һауала йөрөргә кәңәш иткән.  Шуға ла ул көн һайын Урмансылар паркына килергә тырыша.  Әммә оло быуын вәкиленә урманда йөрөү еңел бирелмәй. Сөнки парк эсендә йәйәүлеләр өсөн бер ниндәй ҙә шарттар ҡаралмаған.
Республика етәксеһе ҡушыуы буйынса быйыл яҙ Урмансылар паркында төҙөкләндереү эштәре башланды. Бының өсөн бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан 50 миллион һум аҡса бүленде. Был суммаға юлдарға асфальт һалыу,  яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырыу һәм спорт  майҙандары төҙөү кеүек күләмле эштәр башҡарыу ҡаралды.  
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә  Урмансылар паркы танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.  Юлдарға асфальт һалыу менән бер рәттән, ҡырағай хайуандар вольеры төҙөкләндерелгән,  яҡтыртыу ҡоролмалары һәм эскәмйәләр урынлаштырылған. Ошонда уҡ   балалар һәм спорт  һөйөүселәр өсөн  майҙансыҡтар, тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусыларға ла айырым уңайлыҡтар тыуҙырылған.
Парк биләмәһендә ял итеүселәр йыш ҡына усаҡ яғып, шешлек ҡыҙҙыра торғайны. Әммә  был янғын хәҙефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәне. Хәҙер иһә бындай етешһеҙлектәргә юл ҡуйылмаясаҡ. Сөнки  төҙөкләндерелгән паркта 15 мангал барлыҡҡа килгән. Ә уларҙың аҫтына ут таралмаһын өсөн иҙмә йәйелгән.
Төҙөкләндерелгән Урмансылар паркы менән республика етәксеһе яҡындан танышты. Ул биләмәне ҡарап сыҡҡандан һуң ял итеү урынының яҡшы яҡҡа үҙгәреүен билдәләне. Шул уҡ  ваҡытта Рөстәм Хәмитов күҙгә ташланған ҡайһы бер етешһеҙлектәрҙе  кисекмәҫтән бөтөрөргә ҡушты.
Республика етәксеһе саңғысылар өсөн дә тейешле шарттар тыуҙырыу мөһимлеген билдәләне. Сөнки һуңғы йылдарҙа сәләмәт тормош алып барыусылар һаны арта.  Бер һүҙ менән әйткәндә, Урмансылар паркы йыл әйләнәһенә халыҡты ҡабул итергә әҙер булырға тейеш.
Паркты төҙөкләндереү буйынса эштәр  бының менән генә сикләнмәй. Төҙөүселәр әйтеүенсә, киләһе йылға биләмә тулыһынса  кәртәләп алынасаҡ. Улар алдында шулай уҡ ер аҫтынан урғылып сыҡҡан шишмәне лә тәртипкә килтереү бурысы тора.  
Илдар Байбулатов  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика