Яңы уҡыу йылына - яңы спорт майҙансығы 22.09.2016

Ҡалтасы районының Күтәрем ауылында тренажер-гимнастика комплексы булған күп функциялы яңы спорт майҙансығы сафҡа инде. Шулай уҡ районда социаль объекттар төҙөлөшө лә йылдам бара. 110 балаға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пунктын йыл аҙағына хеҙмәтләндереүгә тапшырыу ҡаралған.

Тхэквандо менән шөғөлләнгән егеттәр яңы спорт майҙансығында үҙҙәрен иркен тота. Төрлө күнекмәләр эшләү уларға бер ҙә ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Сөнки өр-яңы ҡоролма заманса технологиялар нигеҙендә төҙөлгән: махсус япма йәрәхәттәрҙән һаҡлай, һығылмалы һәм тиҙ хәрәкәт итергә мөмкинлек бирә.  Динислам Хафизов бәләкәйҙән был спорт төрө менән мауыға.
Әйткәндәй, бындай спорт майҙансыҡтары районда өсәү. Улар ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү федераль программаһы буйынса  төҙөлгән. Майҙансыҡ эргәһендә тренажер-гимнастика комплексы ла булдырылған. Уҡыусылар хәҙер йәйен-ҡышын асыҡ һауала спорт менән шөғөлләнә ала.
Ҡалтасы районының Кейебәк ауылында яңы фельдшер акушерлыҡ пункты төҙөлөшө йылдам бара. Октябрь аҙаҡтарында яңы медицина ҡорамалдары килтереләсәк.
Яңы уҡыу йылына-яңы майҙансыҡ. Күтәрем ауылында йәштәр,уҡыусылар араһында футбол,хоккей уйынын үҙ итеүселәр күп. Яңы майҙансыҡ асылыуы уларҙың спортҡа һөйөүен тағы ла арттырған.
Урындағы халыҡ яңы объектты түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки бер быуатлыҡ бина күптән иҫкергән, етмәһә, өс ауылды хеҙмәтләндерә.
Районда демография күрһәткестәре  өмөтлө, шуға ла Красный Холм ҡасабаһында өсөнсө мәктәпкәсә учреждение төҙөлә. Яңы бина 110 балаға иҫәпләнгән. Әле балалар баҡсаһында эске биҙәкләү эштәре бара. Төҙөлөш эштәрен быйыл декабрҙә тамамлау күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика