Яңы тормошҡа

Яңы тормошҡа 07.08.2014

Иглин районының Көҙәй ауылында йәшәүсе 60 ғаилә быйыл яңы йортҡа күсә. Был мөмкинлек «Иҫке торлаҡ» федераль программаһы ярҙамында булдырылған. Әле яңы йортта эске һәм тышҡы биҙәү эштәрен теүәлләйһе генә ҡалған. Ғаиләләр яҡын арала фатир туйларға иҫәп тота.

Бындай күренеш Көҙәй ауылының Пушкин урамында урынлашҡан һәр фатир өсөн дә хас. Йорт тыштан улай уҡ иҫке күренмәһә лә, уның эске торошо  шаҡ ҡатырырлыҡ. Таушалған стеналар, ҡойолоп торған түбә, иҙәндәр ҙә күптән ҡубып сыҡҡан. Фатир хужалары күсенеүҙе көтә, йәшәү өсөн бында уңайлыҡтар ҙа юҡ, ти улар.
50-се йылдарҙа төҙөлгән 8 йорт авария хәлендә тип танылған, әле фатир хужаларына яңы торлаҡ биреү программаһының беренсе этабы үтәлә. Уға ярашлы, 60 ғаилә яңы фатир аласаҡ. Уның майҙаны иҫкеһе һымаҡ буласаҡ. Районда авария хәлендәге торлаҡ мәсьәләһе киҫкен тора, ти белгестәр, федераль программа был иҫәптән бик ҙур ярҙам.
Ирина Филиппова, Көҙәй ауыл биләмәһе башлығы /Иглин районы/: «Мин 2007 йылдан алып ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын үтәйем. Был ваҡыт эсендә халыҡтан иҫкергән йорттар буйынса бик күп мөрәжәғәттәр ҡабул ителде. Мәсьәләне хәл итеү өсөн район һәм республика етәкселегенә мөрәжәғәт иттек, һәм ниһайәт, программаның 1-се этабына эләктек».
Яңы йорт тулыһынса заман талаптарына яуап бирә. Бында йылытыу, газ һәм электр, коммуналь селтәрҙәр ҡаралған. Бынан тыш, фатирҙар газ плиталары һәм файҙаланыуға әҙер ванна бүлмәһе менән тапшырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку