Яңы технологиялар - яҡшылыҡмы, яманлыҡмы?

Яңы технологиялар - яҡшылыҡмы, яманлыҡмы? 22.09.2014

М7 федераль трассаһының Өфө - Кушнаренко райондары арауығындағы юлда барған төҙөкләндереү эштәре автоһәүәҫкәрҙәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Асфальт өҫтөнән юлсылар ҡырсынташ түшәгән. Урыны-урыны менән ул юл ҡатламына яҡшы йәбешһә, ҡайһы бер өлөшөндә аҡтарылып сыҡҡан. Һөҙөмтәлә тәгәрмәс аҫтынан осоусо таштар тәҙрәне яра, автомобиль буяуын боҙа.

Көн дә алыҫ араға йөрөүсе Камил машинаһы тәҙрәһендә ярылмаған урын ҡалманы тип зарлана. Йән фарман үтеп китеүсе автомобиль тәгәрмәстәре аҫтынан тирә-яҡҡа таш оса. Был тимер атҡа зыян килтереүҙән тыш, кешене лә йәрәхәтләй ала. Ир бындай үҙгәрештәрҙе аңламай.

Камил Исламғолов, водитель: «Был бит инде тәртипһеҙлек! Юл улай булырға тейеш түгел. Нисек инде асфальт өҫтәнә ал да таш һибеп сыҡ. Бынан нисек йөрөмәк кәрәк?!»

Тәҙрә генә түгел, тәгәрмәстәр ҙә зыян күрә. Эре таш резинаны тишә, йәбешә, тип дәғүә белдерә автоһәүәҫкәрҙәр. Ҡайһы берәүҙәр ошонан ҡасып, урау юл һайлауҙы хуп күрә.

Эргәлә генә юлды төҙөкләндереүсе бригада эшләй. Уларҙың етәксеһе Эдуард Ҡорамшин билдәләүенсә, водителдәр рөхсәт ителгән тиҙлекте арттырмаһа, автомобилдәргә зыян килмәҫ ине. Шул уҡ ваҡытта ир үҙҙәренең хатаһын да таный.

Эдуард Ҡорамшин, «Автодорстрой» ойошмаһы директоры: «Был Рәсәйҙә киң ҡулланылған технология. Асфальт өҫтөндәге ҡырсынташ, беренсенән, юл ҡатламын һаҡлай, икенсенән, хәүефһеҙ, тәгәрмәстәр таймай. Был айырыуса ҡыш көнө мөһим. Тик юлдың был өлөшөнә таш йәбешмәне, шуға эште киренән башҡарасаҡбыҙ».

Ойошманың етешһеҙлекте төҙәтеү өсөн дә ваҡыты аҙ ҡалды, технология буйынса бындай эште тик һауа температураһы 15 градустан юғары булғанда ғына башҡарырға мөмкин. Ә бына Өфөнөң Театрҙар урамын төҙөкләндереүселәр эште ваҡытында тамамлай алмауын автоһәүәҫкәрҙәрҙән күрә. Юл ситенә ҡалдырылған транспорт эшкә ҡамасаулай.

Уйылдан Ҡаҙаҡбаев, «Лебяжий» юлдарҙы төҙөкләндереү идаралығы мастеры: «Беҙҙең эште ошонда тороусы автомобилдәр тотҡарлай. Уларҙың хужаларын эҙләргә тура килә».

Автоһәүәҫкәрҙәр иһә был бары тик һылтау тип иҫәпләй. Йәнәһе, эште ваҡытында тапшырмауҙарын беҙгә япһарып маташалар, тиеүселәр ҙә бар.

Рөстәм бәҙретдинов, автоһәүәҫкәр: «Мин автомобилемде бында ҡуйһам да, тәҙрәгә телефон номерымды яҙып ҡалдырам. Кәрәк икән, шылтыратһындар, сығып машинамды күсерермен. Минеңсә, юлсылар бары тик һылтау эҙләй».

Һәр кем үҙенсә хаҡлы кеүек. Иң мөһиме - был мәңге ҡаршылыҡ эш сифатында сағылмаһын. Юл бит бөтәһенә лә кәрәк.

Илфат Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку