Яҙғы ташҡын

Яҙғы ташҡын 17.02.2015

Башҡортостан Хөкүмәте гидротехник ҡоролмаларҙы, күперҙәрҙе, коммуналь-энергетика селтәрҙәрен, инженерлыҡ коммуникацияларын яҙғы ташҡынға әҙерләү тураһында күрһәтмә ҡабул итте. Документ Премьер-министр урынбаҫары Марат Мәһәҙиев етәкләгән ташҡынға ҡаршы комиссия тарафынан раҫланған.

Республикала ҡар һыуҙарын аварияһыҙ үткәреү буйынса саралар планы әҙерләнгән. Яуаплы министрлыҡ һәм ведомстволарға боҙ китеү осоронда ташҡын янаған төбәктәрҙә йәшәүсе халыҡ хаҡында хәстәрлек күреү һәм һыу баҫҡан биләмәләрҙә матди ҡиммәттәрҙе һаҡлауға бәйле сараларҙы ойоштороу буйынса күрһәтмә-тәҡдимдәр бирелде. Был йәһәттән, быйыл Өфөлә яҙғы ташҡын күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән түбән булыр тип көтөлә. Мартта ҡаланан ҡар сығарыу эшен башлау күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку